Мәғариф
17 Мая 2022, 09:35

Йәш армеецтар һынатмай

Иҫке Собханғол мәктәбенең А. Сәлихов етәкселегендәге йәш армеецтар командаһы Сибай ҡалаһындағы “Зарница” хәрби-спорт уйындарында ҡатнашып ҡайтҡан. Урын алыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар ҙа бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш армеецтар һынатмайЙәш армеецтар һынатмай
Йәш армеецтар һынатмай

Сибай, Межгорье ҡалаларынан һәм Архангель, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарынан килгән командалар араһында бөрйәндәр һыр бирмәгән. Бер командала 10 егет һәм 4 ҡыҙ ҡатнашҡан.

Әдилә Зәйнуллина алыҫ араға йүгереүҙә һәм кәүҙәне иҙәндән күтәреү конкурстарында 2-се урын, Данил Ишбулдин автоматты тиреп йыйыуҙа, пневматик винтовканан атыуҙа 3-сө урын, Илшат Кәримов турникта күтәрелеүҙә 3-сө урын, Тимур Исхаҡов 60 метр арауыҡҡа йүгереүҙә 1-се урын алғандар.

Афарин, йәш армеецтар!

Автор:Альфина Юлчурина