Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2022, 11:30

Мәктәптәрҙә дәүләт флагы күтәреләсәк

Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡыу аҙнаһы бик үҙенсәлекле башланды. 

Мәктәптәрҙә дәүләт флагы күтәреләсәк
Мәктәптәрҙә дәүләт флагы күтәреләсәк

Иҫке Собханғол мәктәбендә яңы уҡыу аҙнаһы Рәсәй һәм Башҡортостан флагын күтәреү тантанаһы менән башланды.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфитдинов:
- Беҙҙең илдең бай һәм данлы тарихы бар. Һәм беҙ уның бер өлөшө булып торабыҙ. Флагты күтәреү хоҡуғы уҡыуҙа һәм мәктәп тормошонда әүҙем, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларға бирелә, - тине.
 
Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән бындай сара  өс өлөштә үткән. Унда мәктәптең барлыҡ уҡыусылары ҡатнашҡан. 

Башҡортостан Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцовтың уҡыу аҙнаһын флаг күтәреүҙән башларға саҡырыуын беренсе булып ҡабул итте. 11 майҙан бындай тантананы аҙна һайын республиканың бөтә белем биреү йорттарында уҙғара башлаясаҡтар. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһендә лә әйтелде.
 
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: