Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Май 2022, 08:35

690 мең һум кемдәргә бирелә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың 11 июнендәге «Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында» указға үҙгәрештәр индерҙе.

690 мең һум кемдәргә бирелә?
690 мең һум кемдәргә бирелә?

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 2022 йылда йәш уҡытыусыларға 690-ышар мең һумлыҡ 25 грант тапшырыла. Был конкурста ауыл ерендәге мәктәптә эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ауылда эшләгән йәш уҡытыусылар өсөн гранттар 2019 йылдың июлендә булдырылғайны. Был ярҙам сараһы уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән.

(“Башинформ”дан).

Автор:
Читайте нас: