Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2022, 08:35

1-СЕ КЛАСТАРҒА ТАРИХ ДӘРЕСЕ ИНДЕРЕЛӘСӘК

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов ошо хаҡта белдергән. Ул шулай уҡ мәктәптә телефон ҡулланыуға ҡарата ла фекерен әйткән.

1-СЕ КЛАСТАРҒА ТАРИХ ДӘРЕСЕ ИНДЕРЕЛӘСӘК
1-СЕ КЛАСТАРҒА ТАРИХ ДӘРЕСЕ ИНДЕРЕЛӘСӘК

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов әйтеүенсә, был бишенсе кластан уҡытылған фән түгел, ә тарихи белем биреү дәрестәре була.

«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Мәктәптәрҙә тарихи белем биреүҙе беренсе кластан уҡ башларға тигән ҡарар ҡабул иттек», — тине Кравцов «Хәҡиҡәттә — көс!» бөтә Рәсәй мәктәп тарихи форумында.

Кравцов әйтеүенсә, Мәғариф министрлығы мәктәптәргә класҡа йәки белем усағына инер алдынан уҡыусыларҙың телефонын йыйып алырға тәҡдим итергә ниәтләй.

Был тәҡдимдәр төбәктәргә май айында ебәрелә, ә 1 сентябрҙән һәр мәктәп был мәсьәлә буйынса үҙаллы ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Автор:
Читайте нас: