Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2022, 15:00

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 23 апрель көнө “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” акцияһын үткәрә.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәға-рифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/ сайтында танышырға мөмкин.


2022 йылдың 23 апрелендә 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграмм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:


- 11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
- 11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
- 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға [email protected] йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә - 23.59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.


Шул уҡ ваҡытта диктантты 24 апрелдә 23.59 сәғәткә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.


Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә.
Диктант тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.


Диктантта ҡатнашыусы-ларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.
Акцияла, енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан, һәр кеше ҡатнаша ала.


Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығарыласаҡ.

 

Автор:
Читайте нас: