Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март 2022, 08:20

Ата-әсәләр имтихан биреп ҡараясаҡ

Ағымдағы йылдың 26 мартында мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт тарафынан ойошторолған “Бергәләп тапшырабыҙ. БДИ-ны ата-әсәләр менән тапшырыу көнө” тигән Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында иртәнге 9.00 сәғәттән берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү процедураһын ҡабатлаған эшлекле уйын ойошторола.

Ата-әсәләр имтихан биреп ҡараясаҡ
Ата-әсәләр имтихан биреп ҡараясаҡ

Акцияла буласаҡ сығарылыш уҡыусыла-рының ата-әсәләре ҡатнаша. Был көндә ата-әсәләр, үҙҙәренең балалары менән урындарын алыштырышыу мөмкинлегенә эйә булып, берҙәм дәүләт имтиханының имтихан тапшырыу пунктына барыуҙан алып һөҙөмтәләрен күргәнгә тиклемге юлын үтеп ҡараясаҡтар.

2022 йылда уларға математиканан база кимәле буйынса БДИ-ның төрлө типтағы имтихан күнегеүҙәре тураһында күҙаллау биреүсе ҡыҫҡартылған вариантын яҙып ҡарарға тәҡдим ителәсәк.

Район мәғариф бүлеге.

Ата-әсәләр имтихан биреп ҡараясаҡ
Ата-әсәләр имтихан биреп ҡараясаҡ
Автор:
Читайте нас: