Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2022, 09:40

НУРЛЫ УҘАМАНЫ ҠЫПСАҠТЫҢ

...Ҡаҡса ғына берәү һабантуй яланы спортсмендарын "бармағы осонда өйрөлтә": йә волейбол, йә еңел атлетика тирәһендә команда тауышы яңғырап тора.Түҙмәнем, коллеганан һорашып ҡуйҙым:-Кем ул анауы "малай"?-Күрерһең.Уҡып ҡына бөтһөн дә. Беҙҙең студент!!!Хәтәр икән берәү. Күргән бар студентын да, уҡып бөтөп эшкә килгәнен дә.Килде эшкә.

НУРЛЫ УҘАМАНЫ ҠЫПСАҠТЫҢ
НУРЛЫ УҘАМАНЫ ҠЫПСАҠТЫҢ

 Башта, баштүбән әйләндереп, мәктәптең эске биҙәлешен үҙгәрттерҙе. Унан, музейға инеп китеп, бәләкәс кенә бүлмәлә транса башлы ауыл өйөн ҡороп ҡуйҙы.
Тотош интерьерҙы яңынан төҙөттө лә, республика кимәлендә "Иң яҡшы заманса биҙәлешле мәктәп" исемен бирҙертеп тә ҡуйҙы.

Ихатаға сығып китте. Әллә нимәләрен алдыртып ташлатты, нимәләрендер ҡорҙортто. "Уның башы, башҡаның кошелегы эшләй инде" тип, кәҫә эсенән йоҙроҡ күрһәтеп ҡараған саҡтар ҙа булды.

Эшләтте. Йүгертте.Таптырҙы.
Һәм үҙ ҡулдары менән төнгәсә, юҡ таңғаса ла һырланы, биҙәне, эшләне.

Ишбирҙе менән семәрләп элгән ҡапҡаларын "төнөн сисеп алып китәбеҙ" тигән саҡтарында, ҡырҙағыларҙан ҡурҡып, төнгө ҡарауылсыларҙың һаҡлап сыҡҡандары ла булды.
Обелисктың макетын уйлаусылар ҙа, аҙағынаса еткереүселәр ҙә - икәүһе.

Күрҙеләр. "Һөйрәгән атҡа йөктө ҡутара тейәнеләр": ауылдың йөҙөн үҙгәртеүгә, район сигендәге алтаҡталарға һәм
бик күп эштәргә йәлеп иттеләр.
"Инициатива наказуема," - ти бит әле урыҫ.
Бында ла шулай: бармаҡ араһына ҡыл-ҡәләмен ҡыҫтырып, ҡулына бысҡыһын тотоп, яурынына балтаһын һалып, иң алда үҙе барҙы.

"Уның башы - идеялар банкы" тип, махсус килерҙәр ине. Ошо фекерҙәргә нигеҙләнгән эштәр менән район республика кимәлендә гран-при алған мәлдәре булды.

Башы - яңы идеяларҙан, аяҡтары - спортзалдан, ҡулдары - эштән ял иткәне лә юҡ.
Ҡыпсаҡтың ирҙәр ҡоро менән фекерҙәре уртаҡ, эштәре кәңәшле.
Тура һүҙҙәрен юғарыға еткереп, ауылдың оло проблемаларын уртаға һуғып һөйләшеп, аяҡты ныҡҡа терәп йәшәйҙәр.

Ниндәй өлкәлә лә мәғлүмәтле Ҡыпсаҡтың һәм райондың "аяҡлы энциклопедияһы".

Уның менән бөтә темаға кәңәшләшергә, бәхәсләшергә була.

Уның менән килешергә йәки килешмәҫкә була.

Уны яратмаҫҡа һәм уңыштары өсөн күрә алмаҫҡа була.

Ярай белмәүе өсөн артынан йоҙроҡ күрһәтергә була.

Ләкин уның эштәрен инҡар итеп, ҡорғандарын емереп ташлап булмай.

(Был мәҡәләлә, махсус рәүештә телгә алмаған, спорт йүнәлешен һуҡыр ғына күрмәҫ тә, һаңғырау ғына ишетмәҫ.)

Уңыштары ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ исеменә дәғеүә итә БОҪҠОНОВ ЗИННУР ҒҮМӘР УЛЫНЫҢ.
📌Район етәкселегенә мөрәжәғәтем.
(Был исемгә лимит кәрәкмәйҙер!)

...Ауыл урамынан, һалмаҡ баҫып, ир уртаһы уҙаман атлай.
Артта - ғүмеренең иң тынғыһыҙ һәм матур хеҙмәтле йылдары.

Мәктәп башында торған электрон сәғәткә күҙ һала ла, мәсет яғына ыңғайлай.

Ауыл өҫтөндә аҙан тауышы яңғырай.

НУРЛЫ УҘАМАНЫ ҠЫПСАҠТЫҢ
НУРЛЫ УҘАМАНЫ ҠЫПСАҠТЫҢ
Автор:Миңнур Ҡасимова
Читайте нас: