Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Октябрь 2021, 11:00

Фәһемле осрашыу

Мәғариф бүлеге «Аврора» Республика таланттар үҫтереү үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә республиканың ҡала-райондарынан 120 баланы берләштергән йәйге химия мәктәбе - шуға миҫал.

Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу

Мәғариф бүлеге «Аврора» Республика таланттар үҫтереү үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә республиканың ҡала-райондарынан 120 баланы берләштергән йәйге химия мәктәбе - шуға миҫал.

Ошо арала бер төркөм педагогтар – район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Ә. Вәлиева, методик кабинет етәксеһе И. Ырыҫбаева, ресурс үҙәк етәксеһе Р. Ғүмәрова, база мәктәптәренең директорҙары, уларҙың урынбаҫарҙары «Аврора» үҙәгендә булып ҡайттылар. 


-Үҙәк етәксеһе Айҙар Сәйғәфәров, олимпиада хәрәкәте буйынса директор урынбаҫары Р. Өмөтбаева, өҫтәлмә белем биреү бүлеге етәксеһе И. Шәйәхмәтова «Аврора» үҙәге эшмәкәрлеге һәм тәбиғи-ғилми, инженер, математика, IT-лаборатория йүнәлештәре буйынса ҡулланған уникаль матди-техник базалары менән таныштырҙылар. Үҙәктә 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн төрлө түңәрәктәр эшләй. Бында республиканың белем биреү ойошмалары уҡытыусылары квалификацияны күтәреү курстары үтә ала, - ти Иҫке Собханғол мәктәбенең ғилми-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Лилиә Черкасова.


Осрашыу мәлендә Роза Ғүмәрова «Һәләтле балалар» программаһы, ресурс үҙәктең эшмәкәрлеге менән таныштырған һәм «Йыл уҡыусыһы» конкурсын республика күләмендә уҙғарырға, дөйөм профилле белем биреү, юғары класс уҡыусыларының белемен камиллаштырыу маҡсатында техник вуздар менән килешеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек итергә тигән тәҡдимдәрен еткергән.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: