Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 09:25

Тынғыһыҙлыҡ - уның булмышы

Спортҡа һөйөү бала саҡта тәрбиәләнә. Юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһарманов был хаҡта яҡшы белә. Тәжрибәле педагог ғүмеренең 26 йылын балаларҙа спортҡа һөйөү уятыуға, сәләмәт тормош серҙәрен төшөндөрөүгә арнаған.

Тынғыһыҙлыҡ - уның булмышы
Тынғыһыҙлыҡ - уның булмышы

Спортҡа һөйөү бала саҡта тәрбиәләнә. Юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһарманов был хаҡта яҡшы белә. Тәжрибәле педагог ғүмеренең 26 йылын балаларҙа спортҡа һөйөү уятыуға, сәләмәт тормош серҙәрен төшөндөрөүгә арнаған.

Рауил Ҡаһарманов, башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, бала сағынан спорт менән шөғөлләнеп үҫә. Саңғы, еңел атлетика менән ихлас мауыға. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. 1995 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын туған мәктәбендә башлай.


Фәйрүзә Ғотдос ҡыҙы менән матур ғаилә ҡоралар.


Ошо йылдарҙа ул ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын да тамамлай.


- Ғаиләлә алты бала үҫтек. Ағай-апайҙарымдың өсәүһе уҡытыусы булғас, мин ул һөнәрҙең еңел түгеллеген күреп, икенсе юл менән китергә уйлағайным. Шулай ҙа, яҙмыш ҡушыуылыр инде, мин дә ошо һөнәргә эйә булдым.

Әммә үкенмәйем, һайлаған юлым дөрөҫ, атайым да уҡытыусы булды, - ти Рауил Абдулхаҡ улы.
Ғәлиәкбәр мәктәбе район, зона ярыштарында алдынғылар рәтендә килә. Ул етәкләгән волейбол командалары районда көслөләрҙән һанала. Спартакиадала уҡыусылар гел призлы урындар алып киләләр. Баскетбол буйынса ла тәүге урындарҙан ҡалғандары юҡ.


– Элекке заман менән сағыштырғанда, хәҙерге балаларҙың һаулығы маҡтанырлыҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа балалар әҙ хәрәкәтләнәләр. Бала сәләмәт үҫһен өсөн унда бала саҡтан уҡ спортҡа, сәләмәт тормош рәүешенә һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү буйынса ла эште көсәйтеү мөһим.
Дәрестән һуң спорт залы һәр ваҡыт асыҡ була. Йыл да ололар менән Илдар Ғәбитов иҫтәлегенә район буйынса волейбол ярыштары ойошторабыҙ. Йыш ҡына иптәштәрсә матчтар үткәреп торабыҙ.


Балаларға ярыштарҙа үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирер кәрәк. Өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн. Киләсәктә һаулыҡтарына иғтибарлы булһындар тип тырышам, - ти талапсан уҡытыусы.
Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, Рауил Абдулхаҡ улы балаларында ла бала саҡтан спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән.


Ике ҡыҙы ла уҡыған саҡтарында мәктәптең йәмғиәт, спорт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Оло ҡыҙҙары Айгөл Мәскәүҙә уҡып ҡайтып, Өфөлә эшләп йөрөй. Гөлиә БДПУ-ла уҡый, волейбол буйынса еңеүҙәргә өлгәшә. Улдары Айсар Өфөлә 6-сы коррекция класында уҡый. Кинйәкәйҙәре Әдилә балалар баҡсаһына йөрөй, атаһы менән көн дә иртән гимнастика яһай, спортҡа битараф түгел.


Тынғыһыҙ уҡытыусы мәктәбенә лә өлгөрә, шәхси хужалығында күпләп мал-тыуар ҙа көтә. Рауил Ҡаһарманов иҫ белгәндән алып умарталыҡ эше менән таныш. Бәләкәйҙән ҡорт ҡарап үҫкән, әлеге ваҡытта 30-лап умартаһы бар.


Тырыш уҡытыусының хеҙмәте етәкселек тарафынан да юғары баһалана.


-Эшенә яуаплы ҡараған, бер ваҡытта ла ваҡыт менән иҫәпләшмәгән тырыш, талапсан уҡытыусы ул. Балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙә уның роле бик ҙур. Уҡыусыларҙы ярыштарға, уйындарға ылыҡтыра белә. Үҙ өҫтөндә эшләгән уҡытыусыны балалар ҙа ярата, беҙ ҙә уның эшенән ҡәнәғәтбеҙ, - ти мәктәп директоры Сания Сабир ҡыҙы Ишмөхәмәтова.

Тынғыһыҙлыҡ - уның булмышы
Тынғыһыҙлыҡ - уның булмышы
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: