Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2021, 11:00

Яңы белем биреү сифаты һәм ҡаҙаныштар - тәрбиәүи системаны үҫтереү юлы

2020-2021 уҡыу йылына йомғаҡ яһап, 2021-2022 уҡыу йылына бурыстар билдәләр, мәғариф тармағына ҡыҫҡаса байҡау яһар мәл етте.

Яңы белем биреү сифаты һәм ҡаҙаныштар - тәрбиәүи системаны үҫтереү юлы
Яңы белем биреү сифаты һәм ҡаҙаныштар - тәрбиәүи системаны үҫтереү юлы

2020-2021 уҡыу йылына йомғаҡ яһап, 2021-2022 уҡыу йылына бурыстар билдәләр, мәғариф тармағына ҡыҫҡаса байҡау яһар мәл етте.

Быйылғы август кәңәшмәһенең темаһы: «Яңы белем биреү сифаты һәм ҡаҙаныштар һөҙөмтәһендә тәрбиәүи системаны үҫтереү». Район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Ғаяз улы Сәйфитдинов менән шул хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Илшат Ғаяз улы, белем биреү балалар баҡсаһынан башлана...
-Эйе. Районда әлеге ваҡытҡа 30 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы бар: 6 балалар баҡсаһы (юридик берәмек), 24 мәктәп янындағы мәктәпкәсә төркөм.
Районда 1 йәштән 7 йәшкә тиклем 1823 бала иҫәпләнә, шуларҙың 1279-ы (70%) балалар баҡсаһына йөрөй. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөмәгән 5,5 йәштән 7 йәшкә тиклем буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының барыһы ла мәктәпкәсә әҙерлек менән тәьмин ителгән.


-Мәктәптәрҙә белем биреү буйынса нимәләр әйтерһегеҙ?
-2020-2021 уҡыу йылында район мәғариф системаһында 34 белем биреү усағы эшләне: 6 башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, 2 төп дөйөм белем биреү мәктәбе, 20 филиалды үҙ эсенә алған 6 урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар. Уларҙа 3106 уҡыусы белем алды.
2 базалы мәктәптә 10-11-се кластарҙа профилле уҡытыуға уҡыусыларҙың 60%-ы йәлеп ителгән. 24 ауылдан 617 уҡыусы 31 мәктәп автобусында база мәктәптәренә йөрөтөлә.
Райондың 4 мәктәбендә интернат бар. Бөтә уҡыусылар ҙа беренсе сменала уҡыны.
Өлгәш - 100 %, сифат 54% тәшкил итте.
2021/2022 уҡыу йылында 337 баланы 1-се класҡа алыу планлаштырыла, уларҙың 197-һе күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булғанға күрә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһын аласаҡ. Мәктәп формаһы өсөн компенсацияны 2020 йылда 750 бала алды.


-Инклюзив белем үҫтереү программаһы нисә ойошмала эшләне?
-Инклюзив белем биреү 2020-2021уҡыу йылында 28 дөйөм белем биреү ойошмаһында ойошторолдо.
2020-2021 уҡыу йылында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 101 бала белем алды (шуларҙың 9-ы инвалид-бала статусына эйә), был һан дөйөм уҡыусыларҙың 3%. Бынан тыш, дөйөм белем биреү системаһында 12 интеллектуаль яҡтан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар 2 айырым класта белем алды. 37 бала төрлө ауырыуҙар менән өйҙәрендә уҡыны.


-Өҫтәлмә белем биреү юҫығында нимәләр әйтерһегеҙ?
-Райондың мәғариф системаһында балалар өсөн 2 өҫтәлмә белем биреү ойошмаһы эшләй: «Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе», «Балалар ижады үҙәге».
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшмәкәрлеге балаларға физик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән программаны тормошҡа ашыра һәм өҫтәлмә белем биреү программаһы буйынса физкультура-спорт эшен ойоштора. 2020-2021 уҡыу йылында был уҡыу-күнекмә дәрестәрендә 315 уҡыусы шөғөлләнде. Бөтәһе 5 тренер-уҡытыусы эшләне. Спорт төрҙәре: волейбол, мини-футбол, саңғы, хоккей, милли көрәш, йөҙөү.
Балалар ижады үҙәге эшмәкәрлеге түбәндәге йүнәлештәр буйынса эшләй: һынлы сәнғәт, туристик-крайҙы өйрәнеү, техник һәм физкультура-спорт. Үҙәккә 6 йәштән 18 йәшкәсә 201 уҡыусы йөрөй. Түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҡыуҙар алып барыла: «Ҡурай», «3Д моделләштереү», «Театр», «Тыуған яҡты өйрәнеү», «Оҫта ҡулдар», «Шахмат», «Ҡумыҙ».

-«Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу нисек алып барыла?
-Проект сиктәрендә “Заманса мәктәп”, «Һәр бала уңышы», «Киләсәк уҡытыусыһы», «Цифрлы белем биреү мөхите» проекттары тормошҡа ашырыла.
“Заманса мәктәп” проектын бойомға ашырыу маҡсатында Яңы Усман, Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Брәтәк, Исламбай мәктәптәрендә матди-техник база яңыртыласаҡ.
«Һәр бала уңышы» проекты сиктәрендә Иҫке Собханғол, Байназар, Әбделмәмбәт уҡыусылары «Киләсәккә билет» проектында ҡатнаштылар.
«Цифрлы белем биреү мөхите» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Яңы Собханғол һәм Иҫке Собханғол төп белем биреү мәктәптәрендә яңы ҡорамалдар ҡуйыла.
«Киләсәк уҡытыусыһы» милли проекты дауам итә. Ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар грантына конкурста быйыл 9 уҡытыусы ҡатнашты.


-Төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре нимә һөйләй?
-2020-2021 уҡыу йылында 9-сы класты 274 уҡыусы тамамланы, шуларҙың 6-һы дәүләт сығарылыш имтиханы, 268-е дәүләт йомғаҡлау аттестация формаһы аша имтихан тапшырҙы.
Төп ваҡытында тапшырған 27 уҡыусы рус теленән, 41 уҡыусы математика фәненән ҡәнәғәтләнерлек баһа ала алманы һәм резерв көндәрҙә имтихандарын тапшырып бөттөләр. 9 уҡыусының ике фәндән дә баһалары насар. Улар сентябрь айында өҫтәмә ваҡытта имтихан тапшырасаҡтар.
9-сы класс уҡыусыларының 265-е төп дөйөм белем тураһында аттестат алыуға өлгәште, шуларҙың 28-е тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы.


- Быйылғы БДИ һөҙөмтәләре нимә күрһәтте?
-2020-2021 уҡыу йылында 11 класты 133 уҡыусы тамамланы. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибе лә үҙгәрҙе - юғары уҡыу йорттарына инергә теләүселәр генә берҙәм дәүләт имтихандары тапшырҙылар.
133 сығарылыш уҡыусыһынан 83 - рус телен, 51 – математика, 18 – йәмғиәтте өйрәнеү, 22 – физика, 18 – биология, 21 – химия, 3 – информатика, 6 – тарих, 9 – география, 4 – инглиз теленән һәм 2 уҡыусы рус әҙәбиәтенән имтихан тапшырҙы.
Математиканан -1, химиянан – 4, биологиянан – 1, информатиканан – 1, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 2 уҡыусы минималь кимәлде үтә алманы.
25 уҡыусы тик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, “Уҡыуҙағы юғары уңыштар өсөн” миҙалына эйә булдылар.
133 сығарылыш класс уҡыусыларының 57-һе юғары уҡыу йортона, 67-һе урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инде.


-Педагогтарҙың уңыштарына ла туҡталайыҡ.
-2021 йылда республика “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында 2 уҡытыусы ҡатнашты.
“Киләсәк уҡытыусыһы” проекты сиктәрендә 35 йәшкәсә йәш уҡытыусыларға төрлө яҡлау саралары ҡаралған. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә грантына Иҫке Собханғол урта мәктәбенең химия уҡытыусыһы Марсель Ҡудашев, Әбделмәмбәт мәктәбенең физика уҡытыусыһы Артур Сәйфетдинов, Байназар мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Ҡыуандыҡова лайыҡ булдылар.


- Һәләтле балалар менән эш тә ҡыҙыҡһындыра.
- Уҡыусыларҙың һәләтен асыу маҡсатында йыл һайын 8-11 кластар өсөн “Йыл уҡыусыһы” район-ара конкурсы уҙғарыла, уҡыу алдынғыларына 5000 һум күләмендә стипендия тапшырыла.
2020-2021 уҡыу йылында 20 фәндән Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларының мәктәп һәм муниципаль этаптары үтте. Муниципаль этапта райондың 29 мәктәбенән 622 уҡыусы ҡатнашты. Муниципаль этапта 242 призлы урын, 48 еңеү булды. Республика этабында 8 фәндән 25 уҡыусы ҡатнашып, 4-әүһе призлы урын яуланы.


-Тәрбиәүи эш белем биреүҙән айырылғыһыҙ...
-Мәғариф бүлеге Бөрйән районының эске эштәр бүлеге, район дауаханаһы, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия менән берлектә төҙөлгән план нигеҙендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында асоциаль тәртипте профилактикалауға йүнәлтелгән сис-темалы эш алып бара.
«Ҙур үҙгәрештәр» бөтә Рәсәй конкурсында 57 уҡытыусы һәм 178 уҡыусы ҡатнашты.
Наркоманияны, тәмәке тартыуҙы, алкоголизмды профилактикалау маҡсатында уҡыусыларға социаль–психологик тест үткәрелде. Унда 22 мәктәптән 687 уҡыусы ҡатнашты. Наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау маҡсатында 422 өлкән класс уҡыусыһы ирекле медицина тесы үтте. Тест һөҙөмтәләре буйынса наркотик ҡулланыусылар асыҡланманы.
2021 йылда, июнь айына ҡарата мәктәп эсендә иҫәптә 27 бала һәм 29 ғаилә, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияла 14 бала иҫәптә тора.
Ғөмүмән, экстремизмды, терроризмды иҫкәртеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса, патриотик темаларға һәм башҡа бихисап саралар ойошторолдо.


- Кадрҙар потенциалы хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?
- 2021 йылдың 1 июленә ҡарата белем биреү ойошмаларында эшләүсе 557 педагогик хеҙмәткәрҙең 523-ө (94%) юғары белемгә, 34-е (9 %) урта һөнәри белемгә эйә.
Һуңғы йылдарҙа математика, башланғыс кластар уҡытыусылары етешмәй.


-Йәйге ял да бик мөһим...
-Республика хөкүмәте тарафынан балаларҙың һаулығын нығытыуҙы ойоштороуға 2021 йылда 4 млн 662 мең 100 һум, шул иҫәптән хеҙмәт һәм ял лагерҙары ойоштороуға район бюджетынан 300 мең һум, ата-әсә ҡурсауынан мәхрүм, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға 1 млн. 231 мең 800 һум аҡса бүленде.
8 белем биреү учреждениеһында яҙғы каникул осоронда 500 уҡыусы өсөн көндөҙгө лагерҙар ойошторолдо.
Иҫке Собханғол, Аҫҡар урта мәктәбе һәм Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол төп белем биреү мәктәптәрендә йәйге каникул осоронда көндөҙгө ял һәм хеҙмәт лагеры эшләне (бөтәһе 670 бала). «Ағиҙел» һауыҡтырыу лагеренда 3 сменала 160 бала ял итте.


-Туҡланыу нисек ойошторолған?
-Бөтә белем биреү ойошмаларында ла йылы аш менән тәьмин итеү ойошторолған.
Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусылар (770 бала) көнөнә 55 һум, башланғыс класс уҡыусылары 57 һум 43 тин иҫәбенән бушлай туҡлана, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар (101 бала) 100 һум иҫәбенән көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән.


- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Яңы уҡыу йылы ла уңышлы булһын!

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: