Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2021, 10:00

Бында төплө белем бирәләр

- Яңы уҡыу йылына әҙерлек беҙҙә яҙҙан уҡ башлана. Ошондай ҙур, матур бинаны тейешле кимәлдә тоторға кәрәк бит. Мәктәп йәй буйы гөрләп эшләп торҙо.

Бында төплө белем бирәләр
Бында төплө белем бирәләр

- Яңы уҡыу йылына әҙерлек беҙҙә яҙҙан уҡ башлана. Ошондай ҙур, матур бинаны тейешле кимәлдә тоторға кәрәк бит. Мәктәп йәй буйы гөрләп эшләп торҙо.

Әхәт Әбдрәхим улы Әбдрәхимов етәкселек иткән Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыу йылын яҡшы әҙерлек менән ҡаршылай.

- Яңы уҡыу йылына әҙерлек беҙҙә яҙҙан уҡ башлана. Ошондай ҙур, матур бинаны тейешле кимәлдә тоторға кәрәк бит. Мәктәп йәй буйы гөрләп эшләп торҙо. Ике сменала көндөҙгө ял үҙәге, химия мәктәбе, ял һәм хеҙмәт лагерҙары эшләне, 5-8, 10-сы синыф уҡыусылары хеҙмәт практикаһы үтте. Йәшелсә, сәскәләрҙе уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙ тырышлыҡтары менән үҫтерҙе. Балаларҙың белемен арттырыу, һәләтен үҫтереү маҡсатында мәктәптә Милли мәғариф буйынса «Ресурс үҙәк» һәм «Үҫеш нөктәһе» тигән һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәге  эшләп килә. База мәктәбе менән берлектә беҙҙең ҡарамаҡта 7 филиал. Мәктәп яны интернатына балалар 21 ауылдан йыйылған. Уларҙы һәм башҡа балаларҙы йөрөтөү өсөн 13 автобус бар, 8 водитель эшләй.


Дәүләт ярҙамынан тыш мәктәпкә килем килтерерҙәй төрлө ысулдарҙы эҙләйбеҙ, ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, 17 дадан бал ҡорттары бар, уның балы һатыуға китә. Йәйге химия мәктәбенән бер миллион һумдан күберәк килем алыуға өлгәштек. Был аҡса Байғаҙы, Ғәлиәкбәр филиалдарында ремонт эштәрен башҡарыуға, «Үҫеш нөктәһе»н асыуға йүнәлтелде. Бер-нисә йыл «Тормошҡа хоҡуҡ» ярҙам итеү ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ул мәктәп интернатына һауыт-һаба, постель кәрәк-яраҡтары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн майҙансыҡ төҙөүҙә, канцелярия тауарҙары менән ярҙам итеп тора.


Мәктәптең ҡаҙаныштары – ул һәр уҡытыусының тырышлығы. Урынбаҫарҙар - фәнни-методик эш буйынса Лилиә Черкасова, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса Флүрә Ғүмәрова, тәрбиәүи эштәр буйынса Гөлсөм Аҙанғолова, башланғыс синыфтар буйынса Алһыу Байбурина мәктәп, уҡыусылар өсөн янып эшләгән педагогтар, етәкселәр. Ғөмүмән, коллектив берҙәм, эшһөйәр. Беҙҙең ҡаҙаныштар - һәр хеҙмәткәрҙең үҙ эшен белеп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуы һөҙөмтәһе, - ти Әхәт Әбдрәхим улы.

Яңы уҡыу йылында уҡыусылар менән 71 педагог эшләйәсәк, уларҙың барыһы ла юғары категориялы. 2 йәш белгес тәүге эш юлын башлаясаҡ.
Башланғыс синыфтарҙа 338 бала менән 16 уҡытыусы эшләй. Беренсе синыфҡа уҡырға быйыл 95 бала килеүе көтөлә. Башланғыс синыфтар өсөн 5 йүнәлештә дәрестәрҙән тыш эшмәкәрлек ойошторола. Быйылғы йылда ла, үткән йылдарҙағы һымаҡ, беренсе синыфтар өсөн полилингваль класс булдырыла, йәғни дәрестән һуң балалар инглиз һәм башҡорт теле, робототехника, ритмика менән шөғөлләнә, сенсор бүлмәһендә релаксация үтә. Сенсор (психологик көсөргөнеште көйләү) бүлмәһе мөмкинлектәре сикләнгән һәм башланғыс класс уҡыусылары менән берлектә сығарылыш уҡыусылары өсөн дә эшләй. Шулай уҡ «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проекты сиктәрендә спорт төркөмдәре эшләүен дауам итәсәк. Бында балалар дөйөм физик әҙерлек үтә, бассейнға йөрөй һәм 4-се синыфтан һуң ГТО нормаларын тапшырып, таныҡлыҡ аласаҡ. Быйыл мәктәптә оҙайтылған көн төркөмө эшләүе көтөлә. Ике коррекцион класс булдырылған. Башланғыс синыф уҡыусыларын ашатыу тулыһынса бушлай.


10-11 синыф уҡыусылары өсөн физика-математика, физика-химия, химия-биология, социаль-иҡтисади һәм универсаль йүнәлешле кластарҙа уҡыу мөмкинлеге бирелә.


Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары республика, Рәсәй кимәлендәге спорт, мәҙәни, әҙәби, ижади, фәнни ярыш-конкурстарҙа урынһыҙ ҡалғандары юҡ. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса ла мәктәп юғары күрһәткестәргә эйә. Быйылғы уҡыу йылында 2 уҡыусы имтиханды 100 балл менән тапшырған, 14 уҡыусы математика, рус теле, физика, химия, биология фәндәренән 80 балдан юғары һөҙөмтә күрһәткән. 15 сығарылыш уҡыусыһы өлгөлө аттестат һәм алтын миҙал алыуға ирешкән. 11-се синыфты тамамлаған уҡыусыларҙың 78%-ы төрлө уҡыу йорттарына, шуларҙан 12 уҡыусы ӨДАТУ һәм ӨДНТУ-ға кергән. 137 уҡыусы төбәк, Рәсәй, халыҡ-ара олимпиадаларҙа, онлайн конкурстарҙа еңеүсе һәм призер исемен алған. Мәктәптә «Үргә ос», «Киләсәккә билет», «School life» мәктәп телевидениеһы, «Йәйғор» мәктәп гәзите проекттары бойомға ашырыла. «Руль артына ултыр» модуле буйынса 11-се класс уҡыусылары водитель таныҡлығына эйә була алалар. Мәғариф учреждениеһы Балалар ижады үҙәге, спорт мәктәбе, «Мәсем» клубы, сәнғәт мәктәбе һәм Район мәҙәниәт һарайы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Быйылғы йылда ошондай юғары һөҙөмтәләр Иҫке Собханғол мәктәбенә «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 ауыл мәктәбе» исемлегенә инергә, «Белем биреү ойошмаһының алдынғы тәжрибәһе: балалар баҡсаһы, мәктәп, университет» конкурсы еңеүсеһе булырға мөмкинлек бирә.


Уҡытыусылар ҙа үҙүҫеш өҫтөндә ныҡлы эшләй. 2020-2021 уҡыу йылында рус теле уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Флүрә Нәҙир ҡыҙы Ғүмәрова, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Салауат ҡыҙы Нурутҡолова «Иң яҡшы уҡытыусы» республика конкурсы еңеүселәре булалар. Ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға бирелгән Грантҡа башланғыс синыф уҡытыусыһы Н. Вәлиева һәм рус теле уҡытыусыһы Л. Ишбулатова лайыҡ була. Дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙы лайыҡлы әҙерләгән Ф. Хәкимова, Г. Сәғитова, Г. Фәтҡуллина, Ф. Малакаева, М. Ҡудашев, О. Рябовалар мәктәптең тәжрибәле уҡытыусылары иҫәбендә.
Билдәле шәхестәр, һәләтле балалар тәрбиәләп сығарған белем усағы һәр уҡыусының белемен, һәләтен үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.

 

Бында төплө белем бирәләр
Бында төплө белем бирәләр
Бында төплө белем бирәләр
Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: