Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июнь 2021, 10:20

ЛИЛИӘГӘ БАРЛЫҠ ЮЛДАР АСЫҠ!

Мәктәптәрҙә аттестаттар тапшырыу тантаналары үтте. Сығарылыш уҡыусылары 11йыл буйы йыйған белемдәренең йомғаҡлау документын ҡулдарына алып, оло тормошҡа юл алды.Улар араһында Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Хәкимова Лилиә Ринат ҡыҙы ла бар.

Мәктәптәрҙә аттестаттар тапшырыу тантаналары үтте. Сығарылыш уҡыусылары 11йыл буйы йыйған белемдәренең йомғаҡлау документын ҡулдарына алып, оло тормошҡа юл алды.
Улар араһында Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Хәкимова Лилиә Ринат ҡыҙы ла бар.
Был тырыш ҡыҙҙың уңыштары тураһында гәзит битенә яҙып торҙоҡ. Ә бына мәктәпте нисек тамамлауы хаҡында әсәһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Хәкимова үҙенең сәхифәһендә бына нимәләр яҙған:
-Ҡыҙым, мәктәпте алтын миҙалға тамамлауың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Тырышлығың, сабырлығың , төплө белемең менән яйлап ҡына тауға үрмәләйһең. Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадала призер булып, илебеҙҙең теләһә ниндәй вузына имтиханһыҙ инеү хоҡуғына эйә булдың, йәғни бәхетле “100 мәрәйле”ләр иҫәбенә индең! Был еңеү район, мәктәп өсөн ҙур ғорурлыҡ тип уйлайым. Киләсәктә уңыштар, аҡ бәхеттәр, шалыҡтар теләйем, күҙ нурым.
Тырыш ҡыҙға беҙ ҙә уңыштар һәм ап-аҡ юлдар насип булыуын теләйек!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: