Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2020, 13:00

РАЙОН МӘКТӘПТӘРЕ ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРМЕ?

1 сентябргә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Был көндә мәктәптәрҙә йәнә ҡыңғырауҙар яңғырар, ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп парталары артына ултырыр, тип өмөтләнәбеҙ.

1 сентябргә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Был көндә мәктәптәрҙә йәнә ҡыңғырауҙар яңғырар, ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп парталары артына ултырыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Балалар быйыл мәктәпте айырыуса һағынғандыр. Сөнки апрель айынан алып өйҙә уҡыуҙан күбеһе арыны, уҡыусылар уҡытыусыларын, класташтарын юҡһына. Ә район мәктәптәре, балалар баҡсалары яңы уҡыу йылына әҙерме икән? Шул хаҡта район мәғариф бүлеге начальнигы Илназ Айҙар улы Хисмәтуллин менән әңгәмәләштек.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Р. Шәрипов һәм иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары А. Ғәлин етәкселегендәге ике комиссия 10, 11, 12 август көндәрендә район мәктәптәренең, балалар баҡсалары биналарының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе. Улар райондың барлыҡ белем биреү объекттарын ҡараған.
-Комиссияның һығымтаһы буйынса, мәктәптәр, балалар баҡсалары уҡыусыларҙы ҡаршылауға, нигеҙҙә, әҙер. Белем һәм тәрбиә биреү усаҡтарында косметик ремонттар башҡарылған. Төҙөкләндереү эштәре тамамланмаған мәктәптәргә уҡыу йылы башына бар эштәрен барлап ҡуйыу бурысы йөкмәтелде. Район мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеге төҙөкләндереү эштәре менән генә сикләнмәй. Тәү сиратта, балаларҙың именлеге мөһим. Шуға ла әҙерлек барышында янғын хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте именлеге, туҡланыу, медицина хеҙмәтләндереүе кеүек мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бирелде. Иҫкәртмә алған ҡайһы бер учреждениеларға 1 сентябргә тиклем закон боҙоуҙарҙы төҙәтеү талаптары ҡуйылды. Мәктәптәрҙе дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса килешеүҙәр төҙөлгән, шулай уҡ уҡыу йылы башланыуға дәреслектәр мәктәптәргә барып етергә тейеш, - тип белдерҙе И. Хисмәтуллин.
Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябрҙән традицион формала уҡыуҙар башланасаҡ. Һәр белем биреү учреждениеһының уҡыу йылына әҙерлегенә 28 август көнө уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә йомғаҡ яһаласаҡ, бурыстар билдәләнәсәк.Унда федераль милли проекттарҙы бойомға ашырыу сиктәрендә район мәғариф системаһының үҫеш перспективалары ҡараласаҡ.
Читайте нас: