Заман башҡа- заң башҡа шул. Тыуаһы- тыуғандан әҙәм балаһының тормошо һынауҙарҙан торһа, 11-се класты тамамлау осорондағы БДИ тигәне барыбер ҡаты һынауҙар теҙмәһенә инәлер.
Бөгөн Иҫке Собханғол мәктәбендә 7 ата-әсәй ысын мәғәнәһендә үҙ балаларының тиреһенә “инеп” ҡараны – бөтә шарттарына килтереп тарих фәненән БДИ тапшырҙы.
Билдәле, тотош ҙур илебеҙ менән Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау алдында торғасбыҙ, күпселек һорауҙар ошо темаға ауаздаш.
Тә-ә-ә-к, сығарылыусы булыу еңелме , әллә ауырмы – уныһын һөҙөмтәләр күрһәтер ҙә, һынауҙы үткән ата-әсәләр әйтер.