-Беҙҙең мәктәптең элекке хужалары бик яуаплы булғанғалыр, бина яҡшы һаҡланған. Бөгөнгә тиклем бина яҡты, йылы булды, үҙенең функцияһын тулыһынса үтәп килде. Шулай булһа ла, ремонт талап ителә ине. Республика бюджетынан Мәғариф министрлығы аша бирелгән 32 млн 800 мең һум тирәһе аҡсаға мәктәп бинаһының ҡыйығын яңыртыу, тәҙрәләрҙе евроға алмаштырыу, бинаның эсен яңыртыу, йылытыу, яҡтыртыу, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыу, эстә бәҙрәф эшләү планлаштырылған ине. Конкурс нигеҙендә Баймаҡтан килгән “СМК М” ЯСЙ-һы төҙөлөш ойошмаһы еңеп сыҡты. Аҡса һуңлап килеү сәбәпле, ремонт эштәре августың тәүге декадаһында ғына башланды, - ти Йәмил Ишбулды улы.