Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Октябрь 2019, 11:50

Хеҙмәттәре баһаланды

4 октябрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә Уҡытыусылар көнөнә арналған матур сара уҙҙы.

4 октябрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә Уҡытыусылар көнөнә арналған матур сара уҙҙы.
Дәртле “Осҡон”дарҙың ут сәсрәтеп бейеүе күңелдәргә лә күсте – район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ришат Шәрипов Башҡортостан Республикаһы Мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булған уҡытыусыларҙы – Яңы Собханғол мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәзизә Уразаеваны һәм Ғәҙелгәрәй мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Илүзә Ишмөхәмәтованы, мәғариф системаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булған Иҫке Собханғол башланғыс мәктәбе–балалар баҡсаһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Шәкированы, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Әҡлимә Ғәлиуллинаны, Брәтәк мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Илдар Ғәбитовты тәбрикләне.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: