Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2019, 16:12

Остаздарҙың оҫтаһы

Иҫке Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурутҡолова Лилиә Салауат ҡыҙын ҡыҫҡаса ошолай ҡылыҡһырлайҙар – остаздарҙың оҫтаһы

Иҫке Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурутҡолова Лилиә Салауат ҡыҙын ҡыҫҡаса ошолай ҡылыҡһырлайҙар – остаздарҙың оҫтаһы
Туған тел һәм әҙәбиәтте уҡытыу юҫығында 18 йыллыҡ һәлмәк кенә тәжрибә туплаған, төрлө кимәлдәге конкурс-олимпиадаларҙа үҙенең дә, уҡыусыларының да көсөн һынарға йөрьәт иткән остаз ул хәҙер.
- 1999 йылда БДПИ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлымды Мораҙым мәктәбендә башланым, бына хәҙер 16-сы йыл инде тыуған мәктәбемдә балаларға белем һәм тәрбиә бирәм. Бәләкәйҙән китап, гәзит-журнал уҡырға яраттым, уҡытыусы булыу хыялы ла ташламаны. Эшемде шул тиклем яратам – үҙемде икенсе һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти Лилиә.
Тулы вариантын "Таң" гәзитенең 4 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: