Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2019, 12:07

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!Был матур көндө беҙ уҡыусыларына төплө белем, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусыларыбыҙҙы тәбрикләйбеҙ.

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был матур көндө беҙ уҡыусыларына төплө белем, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусыларыбыҙҙы тәбрикләйбеҙ.
Һеҙ ғүмерегеҙҙе изге эшкә – үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлайһығыҙ. Йәш быуындың күңеленә изгелек орлоҡтарын һалаһығыҙ, уларҙы намыҫлы, аҡыллы итеп үҫтерәһегеҙ. Барлыҡ уңыштарыбыҙ өсөн беҙ, иң беренсе сиратта, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға бурыслыбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, талантлы һәм рәхмәтле уҡыусылар теләйем!
Р. ШӘРИПОВ,
район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: