Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2019, 12:00

Бала баҡҡан ҡартаймай,

ти район үҙәгендәге 1-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 35-се хеҙмәт йылын кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлаған стажлы педагог Зөһрә Баһауетдин ҡыҙы Ишдәүләтова.

ти район үҙәгендәге 1-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 35-се хеҙмәт йылын кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлаған стажлы педагог Зөһрә Баһауетдин ҡыҙы Ишдәүләтова.
1986 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгесте юллама буйынса Нефтекамаға ебәрәләр. Эш сирҡанысын шунда алып, 4 йыл тәжрибә туплағас, ул тыуған районына ҡайта. ”Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар методист-тәрбиәсе була, 2010 йылдан тәрбиәселек эшенә кире ҡайта.
- Тәрбиәсе булыуым – булмышымдан, ти Зөһрә Баһауетдин ҡыҙы. – Мәктәптә уҡыған саҡта синыф етәксебеҙ Әлмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева беҙҙе Төлкөосҡан ҡаяһына походҡа алып барҙы. Үҙе менән ҡыҙы Әлфиәне алған ине. Шул ҡыҙ миңә әүрәп, эйәләшеп китте. Класташтарым: “Һин тәрбиәсе бул, ана, ҡалай балалар һине ярата”,- тип кәңәш бирҙеләр. Шунан тәрбиәсе булырға ҡарар иттем һәм һөнәр һайлауҙа яңылышманым.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 27 сентябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: