1 сентябрҙән Башҡортостандың бөтә мәктәптәре биш көнлөк уҡытыуға күсте.
Майҙа Өфөлә уҙған өсөнсө ата-әсәләр форумында ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә тематик шәмбеләр ойоштороу буйынса тәҡдимдәр индергәйне. Унда экологик шәмбеләр, мәҙәни шәмбеләр, этно-шәмбеләр, спорт шәмбеһе, патриотик шәмбеләр үткәреү тураһында һүҙ алып барылғайны.
Үткән аҙнала район мәктәптәрендә “Спорт шәмбеһе” үткәрелде. Көндөң дә матур, аяҙ һәм йылы тороуы балаларҙы уғата дәртләндереп ебәрҙе.
Райондағы иң ҙур мәктәп булған Иҫке Собханғол урта мәктәбе биләмәһе был көндә гөрләп торҙо. Теҙелеп, сараның программаһы менән танышҡандан һуң, һәр класс үҙенә тәғәйен урынға йүнәлде.
Башланғыс класс уҡыусылары уҡытыусылары менән бергә зарядка яһағандан һуң асыҡ һауала станциялар буйлап сәйәхәткә сыҡты. Уларҙы “Көнгөрә”, “Ҡулсалар менән эстафета”, “Туп ҡыуыу”, “Тапшыр ҙа – сүкәй”, “Ҡалаҡта – картуф”, “Велоуҙыш”, “Флэшмоб”, “Спорт тураһында ребустар һәм йомаҡтар” тигән һ.б. ҡыҙыҡлы станциялар көтә ине. Бәләкәстәр кемуҙараҙан сәмләнеп ярышты.
5-се кластар мәктәптең беренсе ҡатындағы гимнастика залында “Күңелле старттар”ға баҫты, 6-7 кластар спорт майҙансығында хәрәкәтле уйындар уйнаны. 8-селәр футболда көс һынашты. Балалар барыһы ла теләп ҡатнашты, сәмләнеп уйнаны.
9-11 кластар иһә “Урал” ФОК-ы биләмәһендә йүгереүҙә көс һынашты, урындан һикереүҙә кем иң йылғыры икәнен билдәләне, шулай уҡ башҡа уйындар уйнаны.
Ҡыҫҡаһы, балалар уйнап, йүгереп, һикереп, сәләмәтлеген нығытты һәм көс-дәрт алды был көндө. Хәйер, сараның маҡсаты ла шулай бит – балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, ошо маҡсатты күҙаллаған спортта юғары һөҙөмтәләргә ынтылыу.
Бындай саралар райондың башҡа мәктәптәрендә лә үтте. Уҡыусылар уҡытыусылары менән бергә асыҡ һауала рәхәтләнеп ял итеп, киләһе уҡыу аҙнаһына әллә күпме энергия һәм көс тупланы. Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти халыҡ аҡылы. Эйе, балалар сәләмәт тәндә генә сәләмәт рух була икәнен аңлап үҫергә тейеш.