Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Сентябрь 2019, 16:00

Йылы бәҙрәфтәр булдырылған

Быйылғы уҡыу йылынан республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә йылы бәҙрәфтәр булдырыу бурысы ҡуйылғайны. Был йәһәттән районыбыҙ мәктәптәрендә эштәр нисек тора?

Быйылғы уҡыу йылынан республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә йылы бәҙрәфтәр булдырыу бурысы ҡуйылғайны. Был йәһәттән районыбыҙ мәктәптәрендә эштәр нисек тора?
Ошо һорауға яуап эҙләп, Килдеғол мәктәбенә һуғылдыҡ. Мәктәптең хужалыҡ эштәре буйынса мөдире Сабит Билалов башҡарылған эштәр менән ихлас таныштырҙы. Мәктәптең соланында ике бүлмә бүленеп, уларҙы йылытып, унитаз, раковина кеүек санитар ҡорамалдар ҡуйылған. Бәҙрәфтәрҙең ишеге асылыу менән автоматик рәүештә вентиляция эшләй ҙә башлай һәм ябылыу менән туҡтай.
- Уҡыусыларға йылы бәҙрәф булдырыу эшен мәктәптең үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән башҡарып сыҡтыҡ. Үҙебеҙҙең тәжрибәле сантехник та булғас, эштең бер ниндәй ҡыйынлығы ла булманы. Киләсәктә соландың ҡалған яғын да йылытып, фойе итергә уйлайбыҙ. Материалдар етерлек. Әле бәҙрәфтәрҙә һуңғы косметик эштәр генә ҡалды.
Әйткәндәй, былтыр ошо мәсьәлә ҡуҙғатылғас та тышта брустан айырым бәҙрәф эшләп, уны йылытҡайныҡ инде. Ләкин бинаның эсендәгеһе күпкә уңайлыраҡ. Балаларҙың сәләмәтлеге иң беренсе урында, - ти Сабит Фәрит улы.
Әйткәндәй, быйыл мәктәпте тышлап алғандар, тәҙрәләре евроға алыштырылған, былтыр ҡыйығы яңыртылған. Тимәк, балаларға рәхәтләнеп белем алыу өсөн шарттар бермә-бер артҡан тигән һүҙ.
Читайте нас: