Һуңғы арала киң мәғлүмәт сараларында йыш телгә алынған милли проекттар илебеҙ халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Улар араһында “Мәғариф” милли проекты айырыуса ҙур урын биләй. Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 784,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был проект ҡасан тормошҡа ашырыла, маҡсаты ниндәй, ниндәй өҫтөнлөклө йүнәлештәр ҡаралған, уның йүнәлешендә районда ниҙәр эшләнәсәк?
- Был милли проекттың маҡсаты – балаларға халыҡ-ара стандарттар буйынса заманса белем һәм тәрбиә биреү, гармониялы үҫешкән һәм социаль яуаплы шәхестәр тәрбиәләү, Рәсәй мәғарифын глобаль конкуренцияға һәләтлелек менән тәьмин итеү, Рәсәйҙе дөйөм белем биреү сифаты буйынса тәүге 10 ил араһына индереү. Был проект 10 бүлексәнән – федераль проекттан тора: “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиләләрҙе күтәрмәләү”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш һөнәрмәндәр”, “Һәр кемгә яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Мәғариф экспорты” һәм “Һәр кемгә социаль лифттар”. Уның сиктәрендә дөйөм белем биреү мәктәптәренең матди-техник базаһын яңыртыу, ауыл ерендә яңы мәктәптәрҙе сафҡа индереү, бар төбәктәрҙә лә һанлы мәғариф мөхите моделен индереү, өсөнсө сменала уҡыуҙы тулыһынса бөтөрөү, 85 төбәктә лә “Сириус” мәғариф үҙәге кеүек балаларҙың һәләттәрен асыҡлау, күтәрмәләү һәм үҫтереү үҙәктәре булдырыу һ.б. эштәр ҡаралған, - ти район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирәмән Баймырҙин.