Районда уҡытыусылар династиялары бихисап. Шуларҙың араһында Сәғитовтар династияһы баҙығыраҡ, тамырлыраҡ барыбер. Иҫке Монасип мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Альберт ҡыҙы Көнәфина – ошо династия ағзаһы.
Заманында Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтша хәҙрәттең данлыҡлы мәҙрәсәһендә дини ғилем алған, бының менән генә мөрхәтһенмәй, ғилем артынан Стәрлетамаҡ яҡтарына юлланып, ошондағы мәҙрәсәлә дини ғилем менән бер рәттән донъяуи фәндәр өйрәнгән, рус телен һәйбәт белеүе арҡаһында юғары даирәләрҙә тылмас булып йөрөгән заман зыялыһы Әбделҡәйүм Сәғит улы Сәғитовтарға барып тоташа уның шәжәрә ебе.
Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып-үҫкән Зөлфиә алдында ла, мәктәпте тамамлағас, кем булырға, тигән елле һорау тора. Рәсем төшөрөргә әүәҫ, ижадҡа ынтылышы ҙур ҡыҙ, ике уйлап тормай, БДПИ-ның художество-графика бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбендә рәсем, черчение уҡытыусыһы булып башлай.
Ояһында ни күрһә, осҡанда шул, тип белмәй әйтмәйҙәр (Зөлфиәнең атаһы Альберт ағай менән әсәһе Зөһрә Зәки ҡыҙы Солтановтар ҙа – оҙайлы стажға эйә абруйлы уҡытыусылар), телгә булған һөйөүе уны барыбер хәҙер инде шағир, мәғрифәтсе Аҡмулла исемен йөрөткән БДПУ-ның филология факультетына алып килә. Ситтән тороп вузды тамамлай. Яҙмышын Иҫке Монасип егете Юлдаш Көнәфин менән бәйләүе ошо ауылға таштай батып донъя көтөргә, мәктәптә телсе булып китергә этәрә.
Ошо мәктәптә 2003 йылдан алып эшләй Зөлфиә. Хәҙер инде үҙенең дә, уҡыусыларының да яулаған үрҙәре, уңыш-балҡыштары бихисап.
- Уҡытыусы һөнәрен үҙем әсәй булғас тағы нығыраҡ яраттым. Хәҙер инде 20 йыллыҡ педагогик стажға эйәмен. Худграфты бөтөүем дә эшемдә ныҡ ярҙам итә – әҫәрҙәргә иллюстрацияларҙы үҙем эшләйем, кластан тыш сараларҙа ла был һөнәрем кәрәк булып сыға.
Эшемдә төрлө алымдар ҡулланам, балаларҙың телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү өҫтөндә эшләйем. Шулай ҙа ФГОС талаптарына ярашлы белем биреүҙе, балаларҙы БДИ-ға әҙерләүҙе төп маҡсатым иткәнмен. Уҡыусыларым мәктәп, район, республика кимәлендәге ярыш, конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм һынатмай. Мәҫәлән, Нургөл Маликова (әйткәндәй, ул быйыл БДПУ-ның башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инде) менән 11-се класс уҡыусыһы Гөлназ Хәйруллина республика кимәлендәге “Республикама дан йырлайым!” иншалар конкурсында 3-сө дәрәжә диплом алыуға иреште. Район кимәлендәге олимпиадаларҙа ла уҡыусыларым даими призлы урындар яулай, - ти юғары категориялы тел уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы-2015” район бәйгеһендә 1-се урын яулаған БР–ҙың Маҡтау ҡағыҙына эйә остаз.
Зөлфиә менән Юлдаш Көнәфиндәрҙең ғаиләһендә 3 ҡыҙ үҫә. Ләләләре Иҫке Собханғол мәктәбенең 9-сы класын ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған, Зиләләре тыуған ауылындағы мәктәптең уҡыу отличницаһы, Яҙгөл 2-се класҡа барасаҡ.
Уҡытыусы кешенең күп ваҡыты мәктәптә үтә, шуға тылы ныҡ булмағандарға был өлкәлә эшләү ауыр. Бәхетенән, Зөлфиәнең ире Юлдаш Ғәфүр улы егәрле, донъя көткәндә эш айырыусы кеше түгел, ҡортон да, малын да көтә, ҡул эшенә лә оҫта – яңы өйҙәрен бер үҙе эшләп бөтөп бара.
Ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры ил үтә керә, ти халыҡ. Раҫ һүҙҙәр: Сәғитовтарҙың уҡытыусылар династияһы – районыбыҙ даны, мәртәбәһе, ата-бабалар аманатына тоғролоҡ һаҡлаусы, киләсәк быуынды белем донъяһына эшенә мөкиббәнлек, фиҙакәрлек менән әйҙәүсе Иҫке Монасип мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Көнәфина үҙ шәжәрәһендә сағыу йондоҙҙарҙың береһе.