Мәктәптәрҙә берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Кисә, 27 майҙа, 11-се синыфты тамамлаусылар араһынан географияны һәм рус әҙәбиәтен һайлағандар имтихан тапшырҙы. Шаршамбы, 29 майҙа, математиканың профиль базаһын һайлаусылар өсөн имтихан ойошторола. Йомала, 31 майҙа, сығарылыш класы уҡыусылары химиянан һәм тарихтан белемдәрен һынаясаҡтар.