Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 12:39

Ҡанаттар осҡанда нығый

Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара шул. 24 апрелдә район күләмендә 11-се тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡыусыһы” конкурсы ошоно тулыһынса раҫланы.Байназар мәктәбендә үтә килгән был сара быйыл тиңдәр араһында тиң булырлыҡ ҡына түгел, иңдәр араһында иң булырлыҡ 8 конкурсантҡа береһенән-береһе ҡатмарлы турҙарҙа көс, белем, таһыллыҡ, заманға ярашлылыҡты һынарға тағы бер форсат бирҙе.

Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара шул. 24 апрелдә район күләмендә 11-се тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡыусыһы” конкурсы ошоно тулыһынса раҫланы.
Байназар мәктәбендә үтә килгән был сара быйыл тиңдәр араһында тиң булырлыҡ ҡына түгел, иңдәр араһында иң булырлыҡ 8 конкурсантҡа береһенән-береһе ҡатмарлы турҙарҙа көс, белем, таһыллыҡ, заманға ярашлылыҡты һынарға тағы бер форсат бирҙе.
Ауыл мәҙәниәт йортоноң фойеһына ҡуйылған күргәҙмәләр генә лә уҡыусыларҙың кимәлен өнһөҙ ҙә бәйән итте.
Ә. Сөләймәнов исемендәге музей етәксеһе Р. Ғүмәрова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Р. Шәрипов конкурсанттарға хәйер-фатихаһын биреп, ошондай конкурстарҙың йәш лидерҙар әҙерләүҙәге роленең мөһимлеген бәйән иткәс, Байназар таланттарының сағыу сығышы менән башланып китте сара.
“Визитка” туры конкурсанттарҙың ижади презентацияһынан ғибарәт булып, һәр уҡыусы унда үҙенең бөтә мөмкинлеген күрһәтергә тырышты. Иҫке Монасиптан Илвир Буранов атлы егет үҙенең ярҙамсы төркөмө менән тәүге сирҡанысты алғас, икенсе булып сығыш яһаусы Килдеғол һылыуы Миләүшә Ҡорманғолованың сағыу сығышы быйылғы конкурстың ябай ғына булмаясағына ишара бирҙе. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Ҡәҙриә Ҡасимованың сығышы, бер һүҙ менән әйткәндә, хас әкиәттәгесә, «килеп тә сыҡты, бәреп тә йыҡты» булды: ҡыҫҡа ғына арауыҡта үҙе хаҡында тотош кино, йөкмәткеле спектакль ҡуйып өлгөрҙө Ҡәҙриә – 4 кенә йәшлек сағындағы “Сулпылар”ҙағы сығышы, “Ҡара икмәк” спектаклендәге уңышлы роле, ҡурсаулыҡта экскурсовод, волонтерлыҡ эше, ижади уңыштары – барыһы ла күҙ алдынан үтте.
Мораҙым мәктәбенән Заһиҙә Моратшина, Байназарҙан Зилиә Буранбаеваларҙың сығыштары ла тос булды.
Проекттарҙы яҡлау өлөшө балаларҙың ораторлыҡ, аудитория менән эшләй белеү сифатын күрһәтте. Ҡәҙриә лазер станогында эшләнгән фигура-ҡоролмаларҙан ғибарәт проектын шундай илһамланып, ышандырырлыҡ итеп бәйән итте – шул проект эсенә сумғанды ла һиҙмәнек. Заһиҙәнең “Шамыр төбәк”тәге буласаҡ эштәре лә арбаны.
“Минең уңыш формулам” конкурсы уҡыусыларҙы өр-яңы яҡтан асы. Аҫҡарҙан Байслан Ибраһимов рамға еп һуҙыу станогының эште ыратыуға өлөшө ҙурлыҡты ҙур ихласлыҡ менән бәйән итте, эшләп күрһәтте, тик аудитория менән эште онотто. Зилиә буранбаева иһә ҡорама ҡорау эшенә тотош ғәмде йәлеп итә алды. Иҫке Монасиптың йәш оҫтаһы Илвир Буранов күҙ асып йомғансы ағас ултырғысты ҡороп, аукцион үткәреп, уны хатта мең һумға һатып ебәреүгә өлгәште.
Миләүшә Ҡорманғолова телде белмәгән кеше косметика, көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым алғанда ни ҡылырға тейеш икәнде бик оҫта аңлата алһа, Ҡәҙриә Ҡасимова үҙен йәш Википедиясы итеп танытты, ярҙамсыһы Тимербулат ярҙамында ошо ҡыҫҡа мастер-класта уҡ Ә. Сөләймәнов музейы хаҡындағы мәғлүмәтте Википедияға индереп тә ебәрҙе. Заһиҙә Моратшинаның кейеҙ баҫыу оҫталығын, йөндән биҙәүестәр эшләүгә әхирәттәрен йәлеп итеүен дә күреп белдек.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған конкурс иһә уҡыусыларҙың тарихта нисек “йөҙөүен” күрһәтте. 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүҙең ыңғай һәм кире яҡтарын да төплө анализдар менән аңлата алды конкурсанттар.
Ҡыҫҡаһы, быйылғы конкурс унда ҡатнашыусыларҙың әҙерлек, аң-белем кимәле юғары, мәғлүмәт даирәһе киң булыуын күрһәтте.
Һәр конкурсантҡа ҡарап, бына беҙгә ниндәй алмаш килә, тип ҡыуанырға, балаларҙың уңышына һоҡланырға ғына ҡалды.
Конкурстың Гран-прийы хаҡлы рәүештә Ҡәҙриә Ҡасимоваға (әбделмәмбәт), 1-се урын – Миләүшә Ҡорманғоловаға (Килдеғол), 2-се урын - Заһиҙә моратшинаға (Мораҙым), 3-сө урын Илвир Бурановҡа бирелде. Ҡалған 4 конкурсанттың сығыштары ”Әүҙем ҡатнашыусы” номинацияһында баһаланды.
А. Ғарифуллина.
Читайте нас: