Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Апрель 2019, 19:13

Робототехника - ижади үҫеш өсөн яңы йүнәлеш

Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ базаһында бишенсе тапҡыр робототехника буйынса “Роболига – 2019” чемпионаты үтте. Чемпионат бөтә республиканан робототехника һәм программалау менән мауыҡҡан 7 йәштән 13 йәшкә тиклемге 500 баланы - йәш техниктарҙы йыйҙы. 2014 йылда үткән беренсе чемпионатта 6 райондан 80 бала йыйылһа, 2018 йылда 300 ҡатнашыусы, ә быйылғы “Роболига”ла 360 команда ҡатнашты. - Чемпионатта бер нисә белем биреү майҙансығы ла эшләне. Ата-әсәләр, өҫтәлмә белем биреү уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, - ти Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев.

Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ базаһында бишенсе тапҡыр робототехника буйынса “Роболига – 2019” чемпионаты үтте. Чемпионат бөтә республиканан робототехника һәм программалау менән мауыҡҡан 7 йәштән 13 йәшкә тиклемге 500 баланы - йәш техниктарҙы йыйҙы. 2014 йылда үткән беренсе чемпионатта 6 райондан 80 бала йыйылһа, 2018 йылда 300 ҡатнашыусы, ә быйылғы “Роболига”ла 360 команда ҡатнашты.
- Чемпионатта бер нисә белем биреү майҙансығы ла эшләне. Ата-әсәләр, өҫтәлмә белем биреү уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, - ти Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев.
Быйылғы чемпионат Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, “Орбита” АйТи мәктәбе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институты, Республика балаларға белем биреү технопаркы, Өфө дәүләт авиация-техник университеты тарафынан ойошторолдо.
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары ла чемпионатта ҡатнашып, сираттағы еңеүҙәрен яулап ҡайттылар.
- Дүрт төрлө ярыш буйынса 8 команда менән барҙыҡ. “Роботтар футболы” һәм “Роботтар сумоһы” тип аталған ике төрҙә 1-се урындар алдыҡ. Ярыштың ҡайһы бер төрҙәрендә 80 команда ҡатнашты. “Роботтар футболы” тигән төрҙә Сынтимер Билалов, Айрат Ҡунафин, Ирхан Үтәбаев “Тимербатыр” командаһы исеменән сығыш яһап, 1–се урынға лайыҡ булдылар. Ярыштың был төрөндә беҙ дүрт йыл рәттән чемпион исемен башҡаларға биргәнебеҙ юҡ. Команданы ярышҡа ваҡытында үҙе лә ҡатнашып йөрөгән 11-се класс уҡыусыһы Вилдан Ғайсин әҙерләне.
Икенсе төр “Роботтар сумоһы” тип аталды. Бында 4-се класс уҡыусыһы Рифат Ғәлиәкбәров 1-се урынға сыҡты. Тренеры – робототехника буйынса конкурстар призеры, 10-сы класс уҡыусыһы Ильяс Насыров, - тип үҙ уҡыусылары менән ғорурлана “Тимербатыр” лагеры етәксеһе Инсур Рәмил улы.
Робототехника ижади фекерләүҙе үҫтерә, балалар иптәштәре менән аралашырға, тиҙ йүнәлеш табырға, ҡарар ҡабул итергә, тәртипкә өйрәнә. Балалар команда менән дә эшләргә өйрәнә, һәр уҡыусы билдәле бер йөкләмә алып, шуның өсөн яуаплылыҡ тота. Уҡытыусы ситтән өйрәтеп, ҡарап ҡына тормай, ә балалар менән хеҙмәттәшлек итә.
- Ярышҡа алдан ныҡ ҡына әҙерләндек, күп күнекмәләр үткәрҙек. Төрлө алымдар өйрәнеп, беҙҙең команда юғары кимәлдә матур футбол күрһәтте. Ошо һөҙөмтәләр буйынса 2 майҙа Мәскәүҙә Робототехника, инжиниринг программалау олимпиадаһы ROBOOKY-2019 үтәсәк. Саҡырыу ҡағыҙҙары алдыҡ, әммә финанс мәсьәләләре сикле булыу сәбәпле, мөмкинлегебеҙ юҡ, - ти етәксе.
Ә. Юлсурина.
Читайте нас: