Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2018, 19:09

ГИА-ла тағы яңылыҡ

9-сы һәм 11-се кластарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүҙә яңы тәртиптәр раҫланды. Был тәртип Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Мәғарифты күҙәтеү ведомствоһы бойороҡтары менән раҫланып, РФ Юстиция министрлығында теркәлде.

9-сы һәм 11-се кластарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүҙә яңы тәртиптәр раҫланды. Был тәртип Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Мәғарифты күҙәтеү ведомствоһы бойороҡтары менән раҫланып, РФ Юстиция министрлығында теркәлде.
Ике тәртиптә лә хәҙер ГИА-ны үткәреү ваҡыттары – ваҡытынан алда, төп һәм өҫтәмә периодтар (сентябрҙәге) асыҡ билдәләнде; һәр бер периодта – резерв ваҡыттар. Ғариза биргәндә имтиханда ҡатнашыусы шулай уҡ ҡайһы ваҡытта имтихан биреү ваҡытын күрһәтергә тейеш. Сентябрҙә имтиханды ҡайтанан биреүгә ғариза биреү ваҡыты билдәләнде – имтихан башланырҙан ике аҙна алдан. ГИА-9-ҙы үткәреүҙә төп үҙгәреш булып уға рус теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәһен индереү тора - уны уңышлы үтеү ГИА-ға инергә хоҡуҡ шарты булып тора. Йомғаҡлау әңгәмәһе февралдең икенсе шаршамбыһында үтәсәк һәм “зачет”/ “незачет” системаһы буйынса баһаланасаҡ. “Незачет” алғандар йәки әңгәмәне ғәфү итерлек сәбәптәр арҡаһында ҡалдырғандар өсөн уны өҫтәмә ваҡытта тапшырыу ҡаралған – марттың икенсе эш шаршамбыһы һәм майҙың беренсе эш дүшәмбеһе.
ГИА-11-ҙе үткәреү тәртибенә шундай үҙгәреш индерелгән: сығарылыусылар сит тел буйынса БДИ тапшырғанда инглиз, немец, француз, испан телен генә түгел, ҡытай телен дә һайлай ала. Яңы тәртиптә шулай уҡ информатика һәм ИКТ-нан имтихан биргәндә уны компьютер формаһында үткәреү мөмкинлеге ҡаралған (әле был имтихан ҡағыҙ бланкыларҙы файҙаланып үткәрелә).
Яңы тәртип буйынса, БДИ-ла ҡатнашыусылар математиканан БДИ биргәндә уның кимәлдәренең береһен генә – база йәки профиль өлөшөн генә һайлай ала. Шулай уҡ тәртиптә ҡаралған: әгәр уҡыусы математиканан БДи-һын “ике”гә бирҙе икән, резерв ваҡытта имтиханды ҡайтанан биреү өсөн уның элекке һайлаған кимәлен үҙгәртергә мөмкин. Тағы: элек мәктәпте тамамлаған аттестатлы сығарылыусылар математиканан база кимәлендәге БДИ-ла ҡатнаша алмай.
Элекке йылдарҙағы сығарылыусылар, БДИ-ла ҡатнашырға тип ғариза биргәндә, хәҙер аттестаттың раҫланған күсермәһен генә тапшыра ала, ә төп нөсхәһен түгел.
Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь сығарылыусылары өсөн күсеү ваҡыты бөтөү сәбәпле, улар дәүләт сығарылыш имтиханы (ГВЭ) иҫәбенән төшөп ҡалды һәм улар ҙа хәҙер йомғаҡлау аттестацияһын дөйөм тәртиптәр нигеҙендә үтәсәк.
ГИА-11-ҙә ҡаралған: йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) үткәргәндә унда ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән фото-, аудио-, видеоаппаратура, белешмә материал, яҙма заметкалар һәм мәғлүмәтте һаҡлауҙың һәм тапшырыуҙың башҡа средстволарын алыу тыйыла. Ошо тәртиптәрҙе боҙоусы ҡатнашыусылар йомғаҡлау иншаһынан сығарып ебәрелә. Шулай уҡ әлеге тәртиптә йомғаҡлау иншаһын (изложениеһын) эшкәртеү һәм тикшереү ваҡыты ла регламентланған.



И. Баймырҙин,
район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: