Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2018, 17:27

Башҡортостанда «Ауыл педагогы» программаһын тормошҡа ашырыу күҙаллана

Республикала "Ауыл педагогы" программаһын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Программа йәш уҡытыусыларҙы ауыл ерлегендә йәшәргә һәм эшләргә дәртләндерәсәк. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин хәбәр итте.

Яңы программа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән программаға оҡшаш. Шулай уҡ, Радий Хәбиров белдереүенсә, ауыл ерлегендә эшләгән педагогтар категорияһы өҫтәлмә рәүештә финансланасаҡ.

"Башҡортостанда бихисап уҡытыусылар әҙерләнә, тик улар башҡа өлкәлә хеҙмәт итә. Был ҙур проблема", тине Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин

("Башинформ"дан алынды).
Читайте нас: