Шаршамбы, 5 декабрҙә, иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостандың сығарылыш класс уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғын биргән йомғаҡлау иншаһын яҙа башланы.
Ижади эшкә 15 минут ҡалғас, республикаға эләккән темалар билдәле булды. Бына улар:
— Француз яҙыусыһы Альбер Камюҙың «һәр быуынға үҙен донъяны үҙгәртергә бурыслы тип иҫәпләү хас» тигән фекере менән килешәһегеҙме?
— Кешенең хыялы уны нисек ҡылыҡһырлай?
— Ни өсөн үс яуызлыҡты тамырынан ҡороторға ярҙам итмәй?
— Китапта уның нисек яҙылғанлығы йәки нимә тураһында булыуы мөһимерәкме?
— Изгелек кешенең ниндәй ҡылыҡтарында сағылыш таба?
Мотлаҡ һынауҙы республиканың 18 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тапшыра. 440-ҡа яҡын кеше изложение яҙа, уларҙың 67-һе – һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар, 370-тән күберәге – колония уҡыусылары.
Эште башҡара алмағандар киләһе йылдың 6 февралендә йәки 8 майында уны ҡабаттан яҙа ала.
Иншаға 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә. Тәҡдим ителгән күләм – 350 һүҙҙән башлап. Әгәр иншала 250-нән аҙыраҡ һүҙ булһа, бындай эшкә «минус» ҡуйыла. Уҡыусы билдәләнгән тема буйынса үҙенең фекерен яҙырға, уны әҙәби материалдан миҫалдар менән дәлилләргә тейеш. Художестволы әҫәрҙәрҙе, көндәлектәрҙе, мемуарҙарҙы, публицистиканы, ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен (бәләкәй жанрҙарҙан тыш), ил йәки донъя әҙәбиәтенең башҡа сығанаҡтарын йәлеп итергә мөмкин.
Иншаны баһалағанда тәү сиратта уның күләме һәм үҙаллы яҙыу талаптарын үтәү, һайлаған теманы асыу, фекерҙе раҫлай һәм әҙәби материалды нигеҙле йәлеп итә белеү иҫәпкә алына.
Һөҙөмтәләр аҙна аҙағына билдәле була.
http://www.bashinform.ru/bash/1247002/