Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь 2018, 16:56

Кескәйҙәргә ҙур бүләк

Яуымбай ауылында капиталь ремонттан һуң “Йәйғор” балалар баҡсаһы ишектәрен асты. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, урынбаҫары Айҙар Әлибаков, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, Байназар ауыл биләмәһе башлығы Айрат Салауатов, ауыл халҡы, уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡатнашты.

Яуымбай ауылында капиталь ремонттан һуң “Йәйғор” балалар баҡсаһы ишектәрен асты. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, урынбаҫары Айҙар Әлибаков, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, Байназар ауыл биләмәһе башлығы Айрат Салауатов, ауыл халҡы, уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡатнашты.

Ашхана, уйын, йоҡо, сисенеү, йыуыныу, уҡыу-методик бүлмәләре булған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы матур, йылы, яҡты һәм заманса. 2-4 йәшлек һәм 5-7 йәшлектәрҙән торған ике төркөмгә 35 кескәй йөрөй. Уларға өлкән тәрбиәсе Ләйсән Медаева, тәрбиәселәр Лилиә Маликова, Зөлфирә Мырҙағолова, тәрбиәсе ярҙамсылары Гөлдәр Назарова, Әлфиә Аҙанғолова тәрбиә һәм белем бирә.

Ҡунаҡтарҙы уйын бүлмәһендә шат йөҙлө балалар ҡаршыланы – улар бейене лә, йырланы ла, шиғырҙар ҙа һөйләне.

- Бөгөн Яуымбай ауылы халҡы өсөн генә түгел, район өсөн ҙур байрам. Ремонт эштәрен башҡарғанда ваҡыт менән һынашмай эшләүсе егеттәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға, спонсорлыҡ ярҙамы күрәткән шәхси эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, кемдәндер көтөп ултырмай, үҙебеҙҙең көс менән күмәкләп тырышҡас, ниһайәт, балалар баҡсаһын сынъяһау итеп яңыртып ҡуйыуға өлгәштек. Киләсәктә лә алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырайыҡ, был балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр районыбыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булып үҫһен, - тине Рөстәм Динислам улы. Балалар баҡсаһын ремонтлауҙа ҙур тырышлыҡ һалған шәхси эшҡыуар Кәшәф Шәрипов, Айбулат Йәнсурин, Иҫке Монасип мәктәбе уҡытыусыһы Кәрим Бикмәтов, шәхси эшҡыуар Фәнүр Әлмөхәмәтовтарға район хакимиәтенең һәм Советының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Әлибаков, Байназар ауыл биләмәһе башлығы Айрат Салауатов һ.б. ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Әлбиттә, был көндө теләктәр ҙә, бүләктәр ҙә күп булды. Сығыш яһаусылар, яҡты һәм иркен балалар баҡсаһы буш тормаһын, балалар үҙ өйҙәре кеүек күреп, ҡәҙерен белеп, теләп йөрөһөн, ауыл тағы ла үҫһен, тип теләнеләр.

Ләйсән Медаева яуап һүҙендә: “Был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә капиталь ремонттан һуң бөтә уңайлыҡтар булдырылған балалар баҡсаһы асылыуға бик шат. Балалар баҡсаһы асылһын өсөн күп көс һалыусыларға, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ата-әсәләргә ҙур рәхмәт”, - тине.

Д. БАЙНАЗАРОВ.