Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Август 2018, 14:41

Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡайнар ҡотлайым!

Белем көнө һәр беребеҙҙең тормошонда иң матур һәм сағыу даталарҙың береһе. Был көн барыбыҙ өсөн дә байрам, һәр кем уны оло яуаплылыҡ менән ҡаршы ала.

Уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә - именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға ижади уңыштар теләйем!

Яңы уҡыу йылы Һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!

Р. Шәрипов, район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: