- Мин үҙем – уҡытыусы балаһы. Бәләкәйҙән күреп үҫтем: август кәңәшмәһе – уҡытыусылар өсөн ҙур байрам. Әсәйемдең август кәңәшмәһенә тулҡынланып йыйынғанын иҫләйем. Матур күлдәктәр-костюмдар алып, матур прическалар эшләп китә торғайны ул кәңәшмәгә. Бөгөн бына һеҙ ҙә шундай матурһығыҙ, күңелегеҙ шат, бер-берегеҙгә йылмаяһағыҙ, үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе лә күрһәттегеҙ, - тип башланы үҙ сығышын БР Мәғариф министрлығының эштәр менән идара итеү һәм архив эшмәкәрлеге секторы мөдире Миләүшә Латипова район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә.
Эйе, байрам кәйефе был көндө кәңәшмәгә килгән һәр педагогтың йөҙөндә һәм ҡиәфәтендә сағыла ине. Район, республика конкурстарында еңеүҙәр яулаған һәләтле уҡыусыларҙың сығыштарынан торған концерт та күптәрҙең күңел торошон ҡеүәтләп ебәрҙе. Шат йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән гөрләп торған район мәҙәниәт һарайы алды ҡунаҡтарҙы балалар баҡсаларының уңыштарын, хеҙмәткәрҙәрҙең, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ҡул эштәрен туплаған күргәҙмәләр менән ҡаршы алды. Мәҙәниәт һарайының вестибюлендә Кесе фәндәр академияһында ҡатнашыусы уҡыусылар сәләмләп, “Планета” китап магазины уҡыу әсбаптары, эш дәфтәрҙәре менән һатыу итһә, фойела база мәктәптәренең, “Ағиҙел” ял һәм сәләмәтләндереү лагерының, балалар ижады үҙәгенең күргәҙмәләре урын алған. Был күргәҙмәләрҙә мәғариф усаҡтарының уңыштары ла, мәктәптәр тормошонан фотолар ҙа, көҙгө уңыш та сағылыш тапҡан. Район мәғариф бүлегенең үткән уҡыу йылының уңыштарын барлаусы ролл-ап форматындағы баннеры ла күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сараның рәсми өлөшөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың сығышы асты. Район хакимиәте һәм республика етәкселеге тарафынан райондағы белем биреү учреждениеларының финанс-иҡтисади хәлен, мәғариф тармағының бурыстарын, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға талаптар артыуын телгә алып:
- Бөгөн замана уҡытыусыһы, заман талаптарынан ҡалышмай, һәр ваҡыт белемен камиллаштырып, яңы технологияларҙы оҫта файҙалана белергә, уйланырға, эҙләнергә, алдынғы уҡытыусыларҙың тәжрибәһен өйрәнергә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә торорға бурыслы. Уҡытыусының заман менән бер рәттән атлауы республика, ил кимәлендә барған яңылыҡтар менән хәбәрҙар булыуында, уҡыусыларының һәм үҙенең дә олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыуында, тәжрибәһе менән уртаҡлашыуында ла күренә. Әйтеп китергә кәрәк, беҙҙең район Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеүселәр һәм призерҙар һаны менән республика кимәлендә иң түбән баҫҡыстарҙа килә. Уҙған уҡыу йылында 2 призер булһа, быйылғы йылда, үкенескә күрә, еңеүселәр һәм призерҙар булманы. Был йәһәттән мәктәптәр етәкселектәренә, уҡытыусыларға ныҡлы уйланырға кәрәк, киләсәктә бөтә көстө һалып белем сифатын арттырыу өҫтөндә ентекле эшләү мөһим, - тип билдәләне Рөстәм Динислам улы.
Район мәғариф бүлегенең 2017-2018 уҡыу йылы буйынса доклады менән бүлектең начальнигы Ришат Шәрипов сығыш яһаны. Белем биреү ойошмаларының матди-техник яҡтан тәьмин ителеше, район методик кабинеты эшмәкәрлеге, мәктәпкәсә һәм мәктәптә белем биреү, БДИ, төп дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре, тәрбиә эштәре, ҡаҙаныштар темаларына айырым туҡталып үтте ул.
- Элегерәк уҡыусылар ситкә йәки район эсендәге башҡа мәктәптәргә китергә уйлаһа, уны туған мәктәбендә ҡалдырыу өсөн көрәшә инек. Хәҙер иһә һайлау мөмкинлегенә эйә ата-әсәйҙәрҙе өгөтләмәйбеҙ, был уҡытыусыларҙың үҙҙәренә лә стимул булырға тейеш. Бала мәктәптән китә икән, тимәк, уйланырға урын бар, - тигән фекер ҙә яңғыраны мәғариф бүлеге начальнигының сығышында.
Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға республика Хөкүмәте исеменән тәбрикләү һүҙҙәре еткерҙе. Мәғариф министрлығының эштәр менән идара итеү һәм архив эшмәкәрлеге секторы мөдире, район мәғариф бүлегенең кураторы Миләүшә Латипова республика кимәлендәге мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы һәм, “Муниципалитеттарҙың рейтингы күрһәтеүенсә, Бөрйән районы бөтә конкурстарҙа ҡатнашыусылар һәм финалсылар һаны буйынса 49-сы позициянан (2017 йыл) 11-се позицияға (2018) күтәрелгән”, - тип, шатлыҡлы күҙәтеү менән дә бүлеште.
Кәңәшмәнең кульминацион өлөшө – бүләкләүҙәр. Тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса урта мәктәптәр араһында - Иҫке Собханғол һәм Байназар мәктәптәре, төп мәктәптәр араһында - Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Яңы Усман һәм Ғәлиәкбәр филиалдары, Аҫҡар урта мәктәбенең Брәтәк филиалы, башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсалары араһында Байназар һәм Яңы Собханғол балалар баҡсалары, Иҫке Собханғол ауылының 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, Ҡурғашлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар менән бүләкләнде.
Юбилярҙар: Ғәли Хоҙайғолов, Миңлеәхмәт Йомағужин, Мәүлит Мөхәмәтйәнов, Марс Шәрипов, Гөлйемеш Сәғитова, Әнисә Хәсәнова, Фирҙәүес Мостафина, Хәсифә Вәлиева, Маһизәр Шәрипова, Мәрзиә Мәсәғүтова, Фәнилә Нуриәхмәтова, Вәхиҙә Нәбиуллиналар иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.
2017-2018 уҡыу йыл йомғаҡтары буйынса юғары һәм сифатлы белем биреүгә ирешкән, берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса 80 һәм унан да күберәк балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән Иҫке Собханғол урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Флүрә Ғүмәрова, Лилиә Абдрахманова, физика уҡытыусыһы Фәнүзә Хәкимова, Ырғыҙлы урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Самохиналарға сертификаттар тапшырылды.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр – район Советының һәм хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарына, бер төркөм мәғариф алдынғылары район мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса урта мәктәптәр араһында Иҫке Собханғол мәктәбе - 1-се, Байназар мәктәбе - 2-се, Әбделмәмбәт мәктәбе 3-сө, төп мәктәптәр араһында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы -1-се, Яңы Усман филиалы - 2-се, Иҫке Собханғол төп белем биреү мәктәбе 3-сө урындар алып, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.