Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Август 2018, 18:31

Филиалыбыҙҙың киләсәге бар

30 йылдан ашыу 132-се һөнәрселек училищеһы тип аталған, хәҙерге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы булған уҡыу йорто 32 йылға яҡын эшләү дәүерендә 9 меңдән ашыу эшсе кадрҙар әҙерләгән. Филиал йыл һайын 100 уҡыусы ҡабул итә һәм шунса уҡ уҡыусыға һөнәр биреп сығара.

30 йылдан ашыу 132-се һөнәрселек училищеһы тип аталған, хәҙерге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы булған уҡыу йорто 32 йылға яҡын эшләү дәүерендә 9 меңдән ашыу эшсе кадрҙар әҙерләгән. Филиал йыл һайын 100 уҡыусы ҡабул итә һәм шунса уҡ уҡыусыға һөнәр биреп сығара.



Әлеге көндә төп һәм урта белем нигеҙендә “Ағасты һырлап эшләүселәр”, ”Тракторсы-машинист”, “Автомеханик”, “Һатыусы, контролер-кассир” һөнәрҙәренә уҡытыла. Трактор буйынса бөтә төр категориялар, бынан тыш, “В”, “С” категориялы водитель, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы кеүек өҫтәмә белем тураһында танытма алыу мөмкинлеге бар. “Ағасты һырлап эшләүселәр”, “Тракторсы-машинист” төркөмөнә 9-сы синыф тамамлаусы уҡыусылар ҡабул ителә һәм 3 йыл уҡый. “Автомеханик”, “Һатыусы, контролер-кассир” төркөмөнә 11-се синыфтан һуң уҡырға килеүселәр 10 ай белем ала. “4”-ле һәм “5”-ле билдәләренә өлгәшеүселәр өсөн - академик, ғаилә хәле ауыр булғандар өсөн социаль стипендиялар ҡаралған. Мохтаж студенттар өсөн заманса бөтә уңайлыҡтар булдырылған дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Дөйөм ятаҡта студенттарға бешеренеү өсөн аш һәм дәрес әҙерләү бүлмәләре, душ, бәҙрәф булдырылған. Студенттар ваҡытын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм файҙалы үткәрһендәр өсөн тәрбиәселәр С. Ғәлина менән М. Теләүбаевалар тарафынан төрлө тәрбиәүи саралар ойошторолоп тора.

Һөнәрленең ҡулы ете, тиҙәр. Тиккә генә әйтелмәй был һүҙҙәр. Хәҙерге заманда һөнәрҙәрең ни тиклем күп булһа ла, ҡамасауламай икәнен һәр кем белә. Беҙҙең студенттар шул һөнәрҙәргә эйә булып ҡына ҡалмай, колледж, район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙа, конкурстарҙа актив ҡатнашып, ҙур уңыштарға өлгәшәләр, йәрминкәләрҙә, һабантуйҙарҙа, ҡар ҡаласығын биҙәүҙә ҡатнашалар, спорт өлкәһендә лә алдынғылыҡты бирмәйҙәр.

Бер нисә йыл рәттән беҙҙең филиал Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара. студенттарыбыҙ ҡурсаулыҡта үткән “Урал батыр”, “Наурыз” кеүек байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә осрашыуҙар үткәрә.

Ваҡытыңды дөрөҫ бүлеп, һөнәрең буйынса күберәк белем алып ҡалырға тырышыу, алған белемдәреңдең файҙаһын күреү - һәр уҡыусының теләге. Теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырығыҙ, һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, илгә кәрәкле кеше булырға яҙһын. Филиалыбыҙҙың киләсәге бар.Уҡыу йортоноң ишектәре киләсәктә лә һөнәр алырға теләүсе йәштәр өсөн һәр саҡ асыҡ.

Венера Бикбаева,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: