Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июль 2018, 13:25

26 июль – Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына документтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө

26 июль – тик БДИ һөҙөмтәләре буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүсе абитуриенттар өсөн документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө.

26 июль – тик БДИ һөҙөмтәләре буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүсе абитуриенттар өсөн документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө.
Иртәгә, 27 июлдә, юғары уҡыу йорттары үҙҙәренең рәсми сайттарында һәм мәғлүмәт таҡталарында конкурс балдары суммаһы, һәр һынау өсөн балдар һаны һәм шәхси ҡаҙаныштар өсөн балдар иҫәбе менән уҡырға инеүселәрҙең исемлектәрен баҫтырып сығара. Шулай уҡ исемлектә уҡырға алыу өсөн өҫтөнлөклө хоҡуҡтары булған абитуриенттар яҙыла.
29 июлдә – өҫтөнлөклө уҡырға алыуҙан ҡалған бюджет урындарының 80 процентына абитуриенттарҙың конкурс исемлектәре (уҡырға алырға кәңәш ителгән) баҫтырып сығарыла.
1 августа – беренсе тулҡынға алыуға ризалыҡтарҙы ҡабул итеүҙең тамамланыу ваҡыты.
3 августа – беренсе алыу этабы исемлегенә ингән студенттарҙы уҡырға алыу тураһында бойороҡ сыға.
6 августа – икенсе тулҡынға алыуға ризалыҡтарҙы ҡабул итеүҙең тамамланыу ваҡыты.
8 августа – икенсе алыу этабы исемлегенә ингән студенттаҙы уҡырға алыу тураһында бойороҡ сыға.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр абитуриент документтарын бер ваҡытта биш вузға тапшыра һәм уларҙың һәр ҡайһыһында бөтә уҡыу формалары буйынса өс һөнәр һайлай ала.
Бөтәһе – 15 вариант.
Күптәрҙең документтарҙы дөйөм алғанда 15 уҡытыу программаһына тапшырыу менән бәйле күп кенә юғары уҡыу йорттарында ғаризалар буйынса конкурс бик ҙур булып күренә, мәҫәлән, бер урынға 50 кеше. Әммә, республикалағы юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссияларында билдәләүҙәренсә, конкурс исемлеген иғлан иткәндән һуң байтаҡ абитуриенттар ошо вузды һәм белгеслекте һайламай. Һөҙөмтәлә конкурс тиҫтәләрсә тапҡыр кәмей, шуға конкурс исемлектәрен өйрәнгәндә иғтибарлы булырға кәрәк.
Быйыл Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары бюджетҡа 9326 беренсе курс студенты, шул иҫәптән бакалаврға – 5024 кеше, белгеслеккә – 1212, магистрлыҡҡа 3090 кеше алырға тейеш, тип мәғлүмәт бирҙеләр республиканың Мәғариф министрлығында.
http://www.bashinform.ru/bash/1190033/
Читайте нас: