Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Июль 2018, 19:36

Эй, мәктәбем – белем усағы…

Байғаҙыла тәүге мәктәп 1918 йылда асылған. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға – мәктәптең 100 йыллығына арналған матур сара мәктәпкә экскурсия менән башланды. Байғаҙы мәктәбе ҡунаҡтарҙы балҡып ҡаршы алды.

Байғаҙыла тәүге мәктәп 1918 йылда асылған. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға – мәктәптең 100 йыллығына арналған матур сара мәктәпкә экскурсия менән башланды. Байғаҙы мәктәбе ҡунаҡтарҙы балҡып ҡаршы алды. Юбилей сараларын үткәреүгә әҙерлек өсөн ваҡыт бик самалы ғына булһа ла, байғаҙылар берҙәм көс менән мәктәпкә яңы һулыш өргән: ихаталағы иҫке бина һүтеп алынған, мәктәптең эргә-тирәһе өр-яңынан матур итеп кәртәләп алынған. Был эштәрҙә ауыл халҡы ихлас ҡатнашҡан. Кәртәләүгә материалдар менән эшҡыуар Сәғит Хәсәнов ярҙам иткән. Оҫталап эшләнгән рәшәткәләрҙе ҡатын-ҡыҙҙар матур итеп буяп ҡуйған.

Мәктәптең эсендә лә байтаҡ эштәр башҡарылған: коридорҙың иҙәне яңыртылған, буяу эштәре лә алып барылған. Стендтар ҙа ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Артабан байрамға йыйылыусылар ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында ойошторолған митингта ҡатнашты. Шәһиттәр хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде, обелискыға сәскәләр һалынды.

Тантананың төп өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте. Юбилей тантанаһы балаларҙың, ауыл һәүәҫкәрҙәренең матур сығыштары менән үрелеп барҙы. Күңел ҡылдарын сиртеп, алыҫ бала саҡ сәләме - ҡыңғырау моңо ла яңғыраны.

Мәктәптең оло байрамына йыйылыусыларҙы район хакимиәте вәкиле Ғ. Хәлитов, Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы А. Мәзитов ҡотланы. Республика Башлығы хакимиәтендә идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары булып эшләүсе Байғаҙы егете Ришат Сабитов уҡытыусыларға бүләктәр, шулай уҡ ғаиләләре исеменән мәктәпкә компьютер һәм принтер тапшырҙы. Оҙаҡ йылдар Байғаҙы мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биргән уҡытыусы Сабитов Фәрзәнә Исрафил ҡыҙы исемендәге премияның сираттағы еңеүсеһе лә бүләкле булды был көндө – әсәһе иҫтәлегенә Ришат Хажғәле улы шәхсән булдырған премияға һәм матур бүләктәргә Инсаф Кәбиров эйә булды.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары И. Баймырҙин, Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Г. Йомағолов та йылы теләктәр еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән, байтаҡ йылдар уның директоры булған З. Көмөшбаева миҙал, бер төркөм уңғандар маҡтау ҡағыҙҙары, рхәмәт хаттары алып ҡыуанды.

Эшләп киткәндәр, мәктәптә уҡып сыҡҡандар үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Оҙаҡ йылдар мәктәпте етәкләгән Садиҡ Байғусҡаров ул мәлдәрҙә урындағы хужалыҡ менән бер төптән эшләүҙәре, ауыл халҡының уңған, берҙәм булыуы, мәктәп бинаһы янып киткәс, 9 ай эсендә яңы мәктәп төҙөүҙәре хаҡында бәйән итте.

Ветеран уҡытыусылар ҙа сәхнәгә сығып, изге теләктәрен еткерҙе. Мәктәптә завуч булып хеҙмәт юлын башлап, әлеге көндә Иҫке Монасип мәктәбендә эшләүсе Ә Абдуллина, ошо мәктәп миңә ҡанат ҡуйҙы, тине.

Артабан сәхнә түренә бер-бер артлы төрлө йылдарҙа Байғаҙы мәктәбендә белем алған элекке уҡыусылар күтәрелеп, хәтирәләр ҡойоно уйнатты.

Сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты халыҡ. Был тәңгәлдә иң беренсе ветеран-уҡытыусы Хәнә Динисламованы телгә алмау яҙыҡ булыр. Тап ул Байғаҙыла тәүге мәктәптең 1918 йылда уҡ асылғанлығы тураһында мәғлүмәткә юлығып, эҙләнә, мәктәптең тарихын барлай башлай. Шулай уҡ ветеран-уҡытыусылар Рәшит һәм Зәлифә Көмөшбаевтар ҙа был изге эш өсөн тырышып йүгереп йөрөнөләр. Рәшит Рәхмәт улы, ғөмүмән, ауылдың көнитмеше, төҙөклөгө өсөн янып йәшәгән кеше ул. Әлбиттә, мәктәп коллективы, ауыл кешеләре бергәләп бик оло эш башҡарған. Бер быуатлыҡ тарихы булған мәктәптең үткәне данлы, киләсәге лә матур булһын, унда белем алыусы балалар араһынан киләсәктә ауыл, район, республика данын күтәреп йөрөүсе шәхестәр үҫеп сыҡһын.

Т. ЙЫҺАНУРОВА.

Читайте нас: