Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Июль 2018, 17:06

Һөрәре бар мал табыр

Ошо көндәрҙә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалын тамамлаусы 81 һөнәрмән дипломлы белгес булып ҡыуанды.

Һөнәре эйәһе бай булмаһа ла мохтаж булмай, тип ҡалай тапҡыр әйткән халҡыбыҙ. Быны ваҡыт үҙе раҫлай – хәҙер бер-ике вуз дипломы булғандар үҙ һөнәре буйынса эш таба алмай йонсоғанда, колледждарҙа уҡып күп һәм кәрәкле һөнәр алғандар ота – уларҙың үҙенә лә, эшенә лә ихтяяж ҙур.

Ошо көндәрҙә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалын тамамлаусы 81 һөнәрмән дипломлы белгес булып ҡыуанды. Колледж сығарылыусыларына диплом тапшырыу тантанаһы тотош ҙур байрамға әүерелде. Филиал директоры Т.Юлчурин, сығарылыш төркөмдәрен матур тантана айҡанлы тәбрикләп, аҡ юлдар теләне һәм тәүҙә уҡыу йортон “Ҡыҙыл диплом”ға тамамлаусы сығарылыусыларға диплом тапшырҙы. Бына улар: “ағасты һырлап эшләүселәр” төркөмөнән Илгизә Һырлыбаева, “Һатыусылар” ҙан Гөлсөм Ҡолһарина, Сөмбөл Мостафина, Илһөйәр Ситдиҡова, Ильяс Усманов, “Тракторист-машинистар”ҘАН Данир Ишбаев, Илдар Шәрипов, “Автомеханиктар”ҙан Азат Ғазин, Илнур Дауытов, Сынтимер Ишҡыуатов, Алгиз Малакаев, Илнур Фәйзуллин,Инсур Хәйбуллиндар. Үҙҙәренең төп һөнәренән тыш өҫтәмә һөнәр үҙләштереүселә ҙә, колледж тормошонда әүҙем ҡатнашып, спортта, мәҙәниәттә,төрлө кимәлдәге конкурс-ярыштарҙа дан алыусылар ҙа бар.

Сығарылыусыларҙың һәр төркөмөн уҡытыусы, мастерҙары, ата-әсәләр ҙә ихлас тәбрикләне. Һәр төркөм тамашасы иғтибарына матур сығыш тәҡдим итте.

Сараны район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Айбцулат Ишморатов музыкаль яҡтан биҙәһә, алып барыусы Алгиз Малакаев та дәртле йыры менән күңелдәрҙе осондорҙо.

Райондағы берҙән-бер бөртөк уҡыу йортона сит тарафтарҙан да киләләр икән – Белорет районынан да килеп уҡыусылар һөнәр үҙләштереүселәр бар.
Эйе, бөгөн эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж артҡан мәлдә филиалдың бәҫе төшмәҫ – бөгөнгө уңған, һәр яҡтан килгән сығарылыусылаҙы дәртле, маҡсатлы, алған белемен, һөнәрен тормошта һәр яҡлап ҡулланрға иҫәп тотҡан студенттар алмаштырыр. Сөнки эшсе һөнәрҙәрҙе заман үҙе талап итә.

А.Рәжәпова

Читайте нас: