Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2018, 14:12

28 МАЙҘА БАШҠОРТОСТАНДАҒЫ СЫҒАРЫЛЫШ УҠЫУСЫЛАРЫ ГЕОГРАФИЯ ҺӘМ ИНФОРМАТИКА БУЙЫНСА БЕРЕНСЕ БДИ ТАПШЫРА

Дүшәмбе, 28 майҙа кисәге уҡыусыларға география һәм информатика буйынса беренсе берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тора. Ә инде ике көндән, 30 майҙа, математика буйынса – база кимәле – мотлаҡ имтихан үтә.

Башланып киткән эш аҙнаһы берҙәм дәүләт имтиханының төп осорона башланғыс бирҙе. Дүшәмбе, 28 майҙа кисәнге уҡыусыларға география һәм информатика буйынса беренсе берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тора. Ә инде ике көндән, 30 майҙа, математика буйынса – база кимәле – мотлаҡ имтихан үтә.



Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн республикала 112 пункт: 98-е – мәктәптәрҙә, 9-ы өйҙә – инвалид балалар өсөн, 5-һе – колониялар биләмәһендә әҙерләнгән. Дәүләт имтиханы үтәсәк аудиторияларҙа икешәр видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Имтихан тапшырыу пунктына ингәндә мотлаҡ рәүештә металл детекторы булырға тейеш.


Башҡортостанда быйыл бөтәһе 18 396 сығарылыш уҡыусыһы. Бөтә 11-се класты тамамлаусылар рус теленән һәм математиканан ике мотлаҡ имтихан тапшыра. Тағы 9 фән – һайлау буйынса. Сығарылыш уҡыусыларында бер нисә йыл инде йәмғиәтте өйрәнеү фәне ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Өлкән класс уҡыусылары йыш һайлаған фәндәр араһында икенсе урында – физика. Быйыл өсөнсө урында – биология.


Бөгөн БДИ-ла ҡатнашыусылар яҙған фәндәр – география һәм информатика популяр предметтар рәтенә инмәй. Имтихандар иртәнге сәғәт 10-да башлана. Республикала уларҙың нисек үткәне тураһында «Башинформ» һуңғараҡ хәбәр итәсәк.


Читайте нас: