Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2018, 14:12

Мәктәптәрҙә "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы

Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары!Барығыҙҙы ла Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас ҡотлайым! Р.Шәрипов, муниципаль район Хакимиәте башлығы

Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары!

Барығыҙҙы ла Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн һәр белем йорто сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата. Һеҙ ҡыңғырау тауышы, мәктәп, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашаһығыҙ. Алдағы көндәрҙә дәүләт имтихандарын тапшырып ҡулығыҙға өлгөргәнлек аттестаты аласаҡһығыҙ, ошо яуаплы бурыстар һеҙгә һөнәр һайларға, тормошта үҙ урынығыҙҙы табырға ярҙам итәсәк. Һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән инегеҙ!

Тыуған республикабыҙҙың, районыбыҙҙың киләсәге – йәштәр ҡулында. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл табып, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етерһегеҙ, тип ышанам.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тәүфиҡ, ныҡышмалылыҡ һәм бәхетле киләсәк теләйем!

Аҡ юл һеҙгә!

Р.Шәрипов, муниципаль район Хакимиәте башлығы

Читайте нас: