Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2018, 18:49

Бөрйәндәр - беренсе

Межгорье ҡалаһында үткән II-се “Йәш разведчик” төбәк-ара хәрби-патриотик берләшмәләр слетында Бөрйән “Йәш армиясы”лары беренсе урын яулап ҡайтты.

Межгорье ҡалаһында үткән II-се “Йәш разведчик” төбәк-ара хәрби-патриотик берләшмәләр слетында Бөрйән “Йәш армиясы”лары беренсе урын яулап ҡайтты.

5 көн дауамында барған слетта Учалы, Белорет, Өфө, Межгорье, Татлы ҡалаларының һәм Бөрйән районының белем биреү учреждениелары һәм йәштәр менән эшләүсе ойошмалар ҡарамағындағы хәрби-патриотик, хәрби-спорт клубтары курсанттары, шулай уҡ патриотик йүнәлештәге йәмәғәт берекмәләре командалары ҡатнашты.

Составында отделение командиры Лиана Мырҙабаева, Алһыу Хәйбуллина, Ләйсән Ишморатова, Арслан Ырыҫбаев, Батыр Буранбаев, Илдар Барыев, Динислам Иҫәнғужин, Вячеслав Ишдәүләтов булған беҙҙең команда бик көслө икәнен күрһәтә. Ярыш программаһына строй менән йөрөү, атыу, махсус физик, һауа-десант һәм тау әҙерлеге, химик һаҡланыу кеүек 15 төрҙән ашыу һынау индерелә. Бынан тыш, “Йәш разведчиктар” армиялағы кеүек тулы хәрби тормош менән йәшәй. Төнгө тревога, строй менән йөрөү, наряд, ҡарауыл хеҙмәте ваҡытында ҡаршылыҡтарҙы үтеү, иртәнсәк 2 саҡрымға йүгереү кеүек көндәлек һынауҙарҙы ла уңышлы атҡаралар. Волейболда Бөрйән “Йәш армиясы”лары 1-се урын алһа, бүлек командирҙары араһында барған ярышта Лиана Мырҙабаева 1-се урынға сыға. Ләйсән Ишморатова иһә иң яҡшы строевой булараҡ билдәләнә, Вячеслав Ишдәүләтов “Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһына лайыҡ була. Бынан тыш, ҡаяға үрмәләү, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, минаны зарарһыҙландырыу, таңғы 4-тән 20 саҡрымға марш-бросок үтеү кеүек ярыштарҙа ла 2-се урын яулайҙар.

-Бындай слетҡа беренсе тапҡыр барыуыбыҙ. Ҡатнашып, ҡарап ҡайтайыҡ, үҙебеҙҙең көстө лә һынап ҡарайыҡ, тип барғайныҡ. Беҙҙең команда иң көслөһө булып сыҡты. Командабыҙ бына тигән физик әҙерлеген генә түгел, бик яҡшы әхлаҡи-психологик сифаттарын да күрһәтте. Хәҙер инде май аҙағында үтәсәк республика бәйгеһенә әҙерлек алып барабыҙ, - ти команда етәксеһе Тимур Динисламов.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: