Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2018, 13:54

Йәш сәсәндәр майҙан тотто

Иҫке Собханғол мәктәбендә район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте. Дүртенсе йыл рәттән үткән сараға 49 йәш сәсән йыйылды.

Иҫке Собханғол мәктәбендә район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте. Дүртенсе йыл рәттән үткән сараға 49 йәш сәсән йыйылды.

Балалар ике төркөмгә бүленеп көс һынашты: 5 йәшкә тиклемгеләргә 50-100 юл, 6-7 йәшлектәргә 120-нән 250 юлғаса өҙөк ятлау талабы ҡуйылғайны. Кескәй сәсәндәр конкурсҡа етди әҙерләнгән ине, уларҙың сығыштарын тамаша ҡылырға ата-әсәләре лә килгәйне. Район мәғариф бүлеге методисы Роза Ғүмәрова бәйге шарттары менән таныштырып, балаларға уңыштар теләгәс, кескәйҙәр бер-бер артлы сығып сәхнәлә һынау тотто. Йәш сәсәндәр тәрбиәселәре, ата-әсәләре әҙерләгән үҙенсәлекле костюмдарҙа, милли кейемдәрҙә сығыш яһанылар. Уларҙың ихлас сығышы: эпосты тасуири ятлап, кемдәрҙеңдер ҡумыҙҙа уйнап, ҡобайыр әйтеп, осоп-төшөп бейеүе һоҡландырҙы. Яңы ғына өс йәштәре тулған иң бәләкәй ҡатнашыусылар - Ҡурғашлынан Фаягөл Асҡарова, Яңы Усман ҡыҙҙары Гөлсибәр Баязитова менән Зарина Йосоповаларҙың эпостың 70-шәр юлын ятлап ишеттереүе һөйөндөрҙө.

3-5 йәшлектәр араһында Иҫке Собханғолдағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Гөлназ Манапова Гран-при яуланы. 4 йәшлек кенә Гөлназ сәхнәлә үҙен ҡыйыу тотоуы менән айырылып торҙо. 1-се урынды Әтектән Әлфиә Хәкимова, 2-се урынды Иҫке Монасиптан Исмәғил Йыһануров, Яңы Мөсәттән Гүзәлиә Мырҙабаева, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Булат Исмәғилевтар алһа, 3-сө урын “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Зөлхизә Вәлитова һәм Гөлназ Тулыбаева, Яуымбайҙан Лиана Исхаҡова, Ҡурғашлынан Фаягөл Асҡарова, Баҙал балалар баҡсаһынан Рүзидә Хәмиҙуллиналарға бирелде.

6-7 йәшлектәр араһында Гран-прины Баҙал балалар баҡсаһынан сәхнәгә бейеп сығып, эпосты башҡорт, рус, инглиз, немец телдәрендә ятлап, ҡумыҙҙа уйнап, ҡобайыр әйтеп, Айһылыу образын сағылдырған Нәзилә Иманғолова алды. 1-се урында - Аҫҡарҙан Илзидә Ғиззәтуллина, 2-се – Әтектән Әлфинә Алғазина, Рәлиә Арыҫланғужина (“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы), 3-сө урында – “Ҡайынтүш” балалар баҡсаһынан игеҙәктәр Айгүзәл һәм Йәнгүзәл Аҙанғоловалар, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Тайфур Сәитбатталов, Гөлзифа Мостафина, Тимерҙән Фидәлиә Бикмөхәмәтова.

Айсар Йәғәфәров, Ирхан Сәйфетдинов, Айгизәр Вәлитов, Ильяс Йәғәфәров, Роман Йәнсурин - “Урал батыр вариҫы”, Айһылыу Әминева - “Сая ҡыҙ”, Салауат Малакаев – “Сая егет”, Зарина Йосопова, Гөлсибәр Баязитова, Нурзидә Миңдеғолова, Дилә Медаева – “Өмөт”, Нәркәс Ҡунафина – “Тамашасы һөйөүе” номинацияларына лайыҡ булдылар.

Халҡыбыҙҙың оло хазинаһы булған “Урал батыр” эпосын данлаусы, һаҡлаусы, һанлаусы бәләкәстәргә “Афарин!” тип кенә әйтке килә.



Д. БАЙНАЗАРОВ.
Читайте нас: