Киров ҡалаһында уҡыусылар араһында үткән “Бал ҡорттарының мөғжизәле донъяһы” Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү конференцияһында райондың ғына түгел, тотош республиканың данын яҡлап ҡайта Динислам.
“Беҙ был конференцияға Аҫҡар мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Байслан Ибраһимов менән барҙыҡ. Конференцияла тәүҙә – бәләкәй синыфтар, аҙаҡ ҙурҙар сығыш яһаны. Мин “Умартасылыҡтан осоп китеүсе күстәр һәм солоҡтарға ҡорт ҡуныу” темаһына һөйләнем. Сығыш яһаған ваҡытта байтаҡ һорау бирҙеләр, мин уларға төплө яуап бирергә тырыштым. Мәҫәлән, йүкә балы менән солоҡ балы араһында айырма бармы, тигән һорауға яуап итеп ике төр балдан да ауыҙ иттерҙем. Солоҡ балының тәменә иҫтәре китте. Иң тәмле бал – Башҡортостандыҡы, Бөрйәндеке, тигән һығымта яһанылар.
Удмурт егете – 2-се, Байслан – 3-сө, мин 1-се урын алдыҡ!
Аҙаҡ “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнаштыҡ, унда ла ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ һорауҙар бирҙеләр. “Бал ҡортон, солоҡ ҡорттарын килем алыр өсөн генә көтәгеҙме?” - тинеләр. “Юҡ, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан күскән, борондан килгән кәсеп. Беҙ уның менән йөрәк ҡушыуы буйынса, бөтә күңелде һалып шөғөлләнәбеҙ”, - тинем. Яуапты оҡшаттылар. Аҙаҡтан минән интервью алдылар. Ҡыҫҡаһы, уңышлы сығыш яһап, фекерҙәребеҙҙе рус телендә матур яңғыратып, лайыҡлы еңеп ҡайттыҡ”, - ти Динислам.
Ғаиләләрендә 3 ҡыҙҙан һуң донъяға килгән егет аҫылының килмәгән ере юҡ – яңыраҡ ГТО нормативын бронза билдәгә тапшырған, саңғы ярыштарында ла гел призлы урындар яулай, имтихандарына ла ентекле әҙерләнә.
Сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк конференцияға саҡырғандар Ғәҙелгәрәйҙең йәш солоҡсоһон. Динисламдың сығышы күптәрҙә Бөрйәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятҡан – телефон номерҙарын алып, Шүлгән тарафтарына килергә теләүселәр ҙә табылған.
“Былтыр май айында район кимәлендә фәндәрҙең кесе академияһында 1-се урын алып, эше республика кимәленә һайлап алынды. Илназ Ишмөхәмәтов менән икеһенең “Атайҙар эшен дауам итәбеҙ” тигән ғилми-тикшеренеү эше “Артек”ҡа бушлай юллама менән баһаланды”, - тип маҡтай Динисламды биология уҡытыусыһы Лилиә Айбатова.
Эйе, исемле ғалимдар алдында лайыҡлы сығышы менән район, республика данын яҡлап, башҡорттоң боронғо кәсебенә, милләтебеҙгә һөйөү уятып йөрөүсе егеттәребеҙгә афариндан башҡа ни әйтәһең.