Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Апрель 2018, 12:20

Нурҙар йыйып, нурҙар өләшелде

үткән йомала Иҫке Собханғол мәктәбендә “Сәғитов уҡыуҙары” үтте.

Самат Ғәбиҙуллин Мөхтәр Сәғитов иҫтәлегенә яҙған бер шиғырында:

...Һинең йыйған хазиналар, ана,
Йымылдашып ята, нур сәсеп.
Үҙең һаман йөрөйһөңдөр төҫлө
Нурҙар йыйып, нурҙар өләшеп...

тигәйне. Ошоно ғәмәлдә раҫлап, үткән йомала Иҫке Собханғол мәктәбендә “Сәғитов уҡыуҙары” үтте. Уҡыусыларҙың “Ете ырыу” йыйынын сәхнәләштергән рухлы сығышынан һуң мәктәп директоры Г. Йомағолов һүҙ алып: “Ниһайәт, күптән хыялланған эшебеҙҙе тормошҡа ашырыр көн етте. Күренекле ғалим, билдәле фольклорсы Мөхтәр Мофаззал улының беҙҙең мәктәп уҡыусыһы булыуы ошондай күркәм сараны үткәреүгә нигеҙ һәм этәргес бирҙе. Бөрйән – ауыҙ-тел ижадына бай төбәк. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов, Мөхтәр Сәғитовтарҙың изге эшен дауам итеү – беҙҙең бурыс”, - тине.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Сәғитова, ғалимдың бер туған һеңлеһе Ф. Баймырҙинаның сығыштары бик фәһемле булды. Мөхтәр Мофаззал улының ҡатыны Тәлиға инәйҙең видеояҙма аша балаларға мөрәжәғәт итеүе сараға рух өрҙө, ярыштың сәмле булырына ишараланы.

Уҡыусылар алты секцияға бүленеп эшләне. Мәктәп буйлап экскурсия, М.Сәғитов музейында экспонаттар менән танышыу ҙа ҡаралғайны конференция программаһында. Төштән һуң сараға йомғаҡ яһалып, уңышлы сығыш яһаусы балаларға сертификат һәм дипломдар тапшырылды. Еңеүселәргә тапшырылған диплом һәм сертификат эскиздарының авторы – ошо мәктәптең 10-сы “в” класы уҡыусыһы – Марсель Әхмәтов.

А. Рәжәпова.

Читайте нас: