Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Апрель 2018, 11:50

Ырғыҙлы мәктәбе янында лагерь эшләне

Ырғыҙлы дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында “Урал батыр вариҫтары” исеме аҫтында яҙғы һауыҡтырыу лагеры ойошторолдо. Маҡсат итеп балаларҙы халҡыбыҙҙың үлмәҫ эпосы “Урал батыр” менән таныштырыу, уны тулыһынса уҡып сығыу ине.

Ырғыҙлы дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында “Урал батыр вариҫтары” исеме аҫтында яҙғы һауыҡтырыу лагеры ойошторолдо. Маҡсат итеп балаларҙы халҡыбыҙҙың үлмәҫ эпосы “Урал батыр” менән таныштырыу, уны тулыһынса уҡып сығыу ине. Маҡсатыбыҙға ирештек, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәбитова Гөлдәр Зәкир ҡыҙы эпосты тасуири уҡыған саҡта, балалар Урал батырҙың портретын, эпосҡа ҡарата иллюстрациялар төшөрҙөләр. Эпосҡа, уның геройҙарына арнап шиғыр ҙа яҙып ҡаранылар, Урал менән Шүлгәнгә характеристика бирҙеләр. Һәр бала тасуири итеп үҙенә бирелгән өҙөктәрҙе уҡыны, эпос буйынса әҙерләнгән викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.Ә балаларҙың ижады лагер мөйөшөндә көн дә яҡтыртылып барҙы.

Лагер вожатыйы Газина Айгөл Солтан ҡыҙы балалар өсөн төрлө милли уйындар ойошторҙо. Кәримов Инсур Рәил улы командалар араһында футбол матчы үткәрҙе. Бер кем дә һынатманы, шулай ҙа иң тырыштарҙы билдәләмәһәк яҙыҡ булыр. Лагерҙа иң күп бал йыйып “Урал батыр” эпосын иң төплө белеүсе ” һәм “Оҫта шиғыр яҙыусы” тип 6-сы синыф уҡыусы Хөснөтдинов Айгиз билдәләнде. Икенсе урынды 6-сы синыф уҡыусыһы Ғәбитов Даян менән 5-се синыф уҡыусыһы Нәҙершина Әлфинә бүлештеләр, 3-сө урынды 6-сы синыф уҡыусыһы Ғәбитов Ғаян яуланы. Уралдың портретын иң оҫта төшөрөүселәр тип 5-се синыф уҡыусы Волобуев Денис һәм 6-сы синыф уҡыусыһы Ғүмәров Азат табылды. Төп герой кеүек “Лагерҙың иң мәргәне” тип 5-се синыф уҡыусыһы Аҫылбаев Сыңғыҙ табылды.

Балаларҙы көн дә апалы –һеңлеле Ғәлина Ғәйшә һәм Алсынбаева Далира Зәкир ҡыҙҙары тәмле аштар менән һыйланылар.

Балаларға яҙғы каникул осоронда матур ял ойоштороусыларҙың барыһына ла эштәрендә уңыштар, ә балаларға матур итеп уҡыу йылын тамамлауҙарын һәм мәктәп тормошонда тағы ла әүҙемерәк булыуҙарын теләйбеҙ.

Читайте нас: