Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2018, 14:23

Атай-әсәйҙәрҙең БДИ тапшырыу көнө

Бөтә Рәсәй "Атай-әсәйҙәрҙең БДИ тапшырыу көнө" акцияһына Байназар мәктәбе һәм уның филиалдары ихлас ҡушылды. Имтиханда барлығы 28 кеше ҡатнашты.

Бөтә Рәсәй "Атай-әсәйҙәрҙең БДИ тапшырыу көнө" акцияһына Байназар мәктәбе һәм уның филиалдары ихлас ҡушылды. Имтиханда барлығы 28 кеше ҡатнашты.

Был акция быйыл икенсе тапҡыр Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторола. Быйыл ҡатнашыусылар рус теленән һынау тотто. Акция балалары 9-11 кластарҙа белеп алған ата-әсәйҙәр өсөн уҙғарыла. Был уларға психологик яҡтан ныҡ булырға ярҙам итә тигән фекерҙә ойоштороусылар. Ҡатнашыусылар имтихандың бар тәртибен дә үтәнеләр Имтихан 30 минут дауам итте.

Акция ҡатнашыусылар тарафынан ыңғай ҡабул ителде. "Улым быйыл БДИ тапшыра. Һынауҙарҙың нисек үтеүен, үҙемдең белемемде тикшереү ниәте менән ошо акцияла ҡатнашырға булдым. Алдан интернетта төрлө тестар эшләп ҡараным. Үҙемсә әҙерләндем",- ти акцияла ҡатнашыусы Айгөл Зайнетдин ҡыҙы.

Тикшереү комиссияһы ла эшләне, һәм имтихандан һуң һөҙөмтәләр билдәле булды. Эштәр ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. Тест өлөшөн 35-40 процентҡа эшләгәндәр. Иншаны иһә 7 ата-әсә яҙған.

Нурзилә Исмәғилова

Читайте нас: