Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2018, 14:13

Заң биреп заманға

Иҫке Собханғол мәктәбенең акттар залында үткән “Йыл уҡытыусыһы - 2018” район конкурсының финалы беҙҙә ысын мәғәнәһендә көслө уҡытыусылар, үҙ эшенең оҫталары, киләсәкте тәрбиәләр остаздар барлығына тағы бер ҡат инандырҙы.

Заманалар үҙгәреп, ниндәй генә дәүерҙәр тыуһа ла, уҡытыусы һөнәре иң кәрәклеһе булып ҡалыр, моғайын. Сөнки остазһыҙ үҫеш, алға китеш юҡ.

30 ғинуарҙа Иҫке Собханғол мәктәбенең акттар залында үткән “Йыл уҡытыусыһы - 2018” район конкурсының финалы беҙҙә лә ысын мәғәнәһендә көслө уҡытыусылар, үҙ эшенең оҫталары, киләсәкте тәрбиәләр остаздар барлығына тағы бер ҡат инандырҙы.

Сәхнәгә конкурстың тәүге этабын уңышлы үткән 11 педагог сығып баҫты. Район мәғариф бүлеге начальнигы Р. Шәрипов уларға теләк-фатиха һүҙҙәрен еткергәс, сәмле ярыш башланды. “Үҙең менән таныштырыу” туры тел оҫталарын, мәғлүмәт ”тоҡсайҙарын”, эрудиттарҙы, әртистәрҙе, ораторҙарҙы асты.

Сәхнәгә сығып баҫышы менән генә быйылғы финалдың үтә ҡыҙыу булырына айырым тон биргән Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев роботлы техника теленән шиғри телмәргә күскәс, һағайып та, ҡыуанып та ҡуйыусылар булды. Талант һәр ҡайҙа талант - ҡыҫҡа, төйөрөм шиғыр юлдары аша үҙе һәм эше хаҡында тос фекер әйтеп, хас әкиәттәгесә, “алыш та бар, һалыш та бар” тигәнде аңғартып:

“...Электрон беҙҙә журналдар,
Электрон беҙҙә китап.
Электрон беҙҙә бар нәмә -
Электрон беҙҙә мәктәп.
Тик электрон түгел, ысын
Ғаилә тигән ҡиммәт”, - тип сәпкә лә тейеп ҡуйҙы ул.

Күпселек “Визитка” өлөшөн шиғри юлдарға һалһа, Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Оксана Рябованың, Нәби мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Хисмәтуллинаның ҡәҙимге тел менән ябай итеп үҙҙәре хаҡында бәйән итеүҙәре тағы ла отошлораҡ һымаҡ тойолдо.

“Белем биреү сәйәсмәндәре” турында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” уҡытыусыларҙы ҡануниәт-ҡағиҙәләрҙе, СанПин талаптарын белеүҙә һынаны.
Һорауға дөрөҫ яуап биргәндәр “орден”лы булды.

Өсөнсө турға үткән 8 уҡытыусы ике командаға бүленеп проект яҡланы.

Ғәзим Ғәлиуллин етәкләгән командаға “Дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу” темаһын яҡлау бурысы ҡуйылһа, Инсур Үтәбаев командаһына “БДИ-2018” темаһы эләкте. Билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрөп, проекттарын бына тигән итеп яҡланы командалар. И. Үтәбаев командаһы ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында социаль селтәрҙәрҙә БДИ мәсьәләләрен яҡтыртыусы бергәлек төҙөү, уға координатор билдәләү, дистанциялы уҡыу ойоштороу, теге-был мәсьәләләрҙе блогта, чатта тикшереү мөмкинлектәре хаҡында бәйән итте.

“Оҫталыҡ дәресе” иһә ысын оҫталарҙы асты. Ғ. Ғәлиуллин БДИ-ға әҙерлек эштәрендә фразеологизмдар менән нисек эшләү отошло булыуын иҫбат итһә, Эльмира Салауатова һынлы сәнғәт дәрестәрендә мәғлүмәт компетентлығына баҫым яһаны. Оксана Рябова һанлы лабораторияның мөмкинлектәрен күрһәтә алһа, Рәғиҙә Истәкова әҫәрҙе тасуири уҡыуҙың нимә бирә алыуына төшөндөрҙө. Инсур Үтәбаев иһә тамашасыға роботлы кино “ҡуйҙы” тип әйтһәң дә була – берәүҙән бер нисә минутта “конструктор”, икенсенән “программасы” өсөнсөнөн ”робот” яһаны! Иң ҡыҙығы: уның Тимербатыры башҡортса һөйләшә белә. 2028 йылға хыялда сәйәхәт яһатып, башҡорт теленең тел үҙенсәлектәренә бәйле башҡорт роботтарына киләсәктә ҡыйыныраҡ буласағын да төшөндөрҙө. Сөнки беҙ “бер-ике ҡосаҡ утын индер”, “анауында бер кеше килә ята” тип һөйләшәбеҙ, ә роботтар тәғәйен команданы ярата, тине ул.

Сара уҡытыусылар көсө менән әҙерләнгән сығыштар менән аралашып барҙы. Флүр Дәүләтшин, Шәфҡәт Ғәликәйев, Ильяс Йәрмөхәмәтов кеүек ир-уҙамандарҙың өҙҙөрөп йырлауы ғына үҙе ни тора!

Ниһайәт, жюри еңеүселәрҙе атаны. Финалсылар Сөмбөл Айытбаева (Ҡолғана мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Дилә Ғиззәтуллина (Аҫҡар мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы) район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙы меннә бүләкләнде. Дилә Рәйес ҡыҙы шулай уҡ “Педагогик оҫталыҡ” номинацияһы еңеүсеһе. Земфира Хисмәтуллина (Нәби мәктәбенең биология уҡытыусыһы, ул “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеүсе),Зөлфирә Йосопова (Яңы Усман мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, ул шулай уҡ “Педагогик дебют” номинацияһы еңеүсеһе), Нәфисә Әхмәтовалар ҙа (Яңы Мөсәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Педагогик династияға тоғролоҡ” номинацияһы еңеүсеһе) район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Бына улар көсөргәнешле ярыштың еңеүселәре: Эльмира Салауатова (Иҫке Собханғол мәктәбенең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы ) – 3-сө урында, Ғәзим Ғәлиуллин (Байназар мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) - 2-се урында, Рәғиҙә Истәкова (Иҫке Монасип мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) – 1-се урында. Гран-при иһә хаҡлы рәүештә Әбделмәмбәт мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Инсур Үтәбаев йөҙөндә үҙ эйәһен тапты. Әйткәндәй, ул “Иң яҡшы портфолио” номинацияһының да еңеүсеһе.

Афарин, уҡытыусылар, афарин, үҙ эшенең оҫталары, тип әйтеү бер ҙә яҙыҡ булмаҫ!

А. Ғарифуллина.
Читайте нас: