Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2017, 14:09

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Райондаштар телендә һаман да һөнәрселек училищеһы булып ҡалған уҡыу йортона - Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалына барып, студенттарҙың көндәлек тормошо менән танышып ҡайттыҡ.

Райондаштар телендә һаман да һөнәрселек училищеһы булып ҡалған уҡыу йортона - Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалына барып, студенттарҙың көндәлек тормошо менән танышып ҡайттыҡ.


Нисә студент белем ала?

Директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары яуаплылығын алып барыусы Лилиә Кульчикова филиал буйлап экскурсия ойошторҙо.

Бында бөгөн 4 төп йүнәлеш буйынса (“Тракторист-машинист”, “Ағастан художестволы изделиелар әҙерләүсе”, “Автомеханик”, “Һатыусы, контролер-кассир”) Бөрйән, Белорет, Күгәрсен райондарынан йәмғеһе 191 студент белем ала. Шулай уҡ бөтә төркөмдәрҙә лә шөғөлләнеүселәр араһынан теләктәре булғандар өҫтәлмә рәүештә ашнаҡсы һәм “В” категориялы водитель һөнәрҙәрен үҙләштерә. Киске уҡыу бүлеге лә эшләп килә, унда 3 ай дауамында трактористар һәм ашнаҡсылар әҙерләнә.

Уҡыу аҙнаһы 5 көнлөк итеп билдәләнгән. Быйылдан пропуск системаһын индергәндәр – биләмәләге ҡапҡаларға йоҙаҡтар ҡуйылған, уҡыу бинаһына һаҡ аша ғына инергә мөмкин.
Ашханала төшкө һәм киске аш ойошторолған. “4”-ле-“5”-леләргә генә өлгәшеүсе студенттар 620 һум күләмендә академик стипендия ала. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булыусыларға 930 һум социаль стипендия түләнә. Уҡыу йортонда 9 етем иҫәпләнә, уларға, стипендияларҙан тыш, канцелярия тауарҙары, кейем-һалым өсөн аҡса бүленә. Кейемде төркөм етәкселәре менән бергәләп һайлап алалар.

“Бында беҙгә барыһы ла оҡшай”

Инженер-педагогик коллективта (уҡытыусылар, мастерҙар, тәрбиәселәр) 17 кеше эшләй.
- Әлеге ваҡытта математика уҡытыусыһы һәм производствоға өйрәтеүсе мастер-автомобиль йөрөтөү инструкторы талап ителә, теләүселәр булһа, рәхим итһендәр, - ти филиал етәкселеге.
Студенттар теоретик һәм практик дәрестәрҙә белем алып ҡына ҡалмай, төрлө сараларҙа, аҙналыҡтарҙа ҡатнаша. Әле, мәҫәлән, һатыусылар аҙналығы бара. Лилиә Наил ҡыҙы менән махсус дисциплиналар уҡытыусыһы Рита Сабирова ошо аҙналыҡ сиктәрендә ойошторған “Көнкүреш тауарҙары” курсы буйынса асыҡ дәрескә инеп сыҡтыҡ. Беҙ ингәндә, Илмира Шәмиғолова ҡаракүл хаҡында презентация күрһәтеп, рус телендә төплө итеп сығыш яһай ине. Әйткәндәй, уҡыу йортонда башҡорт теленән башҡа бөтә дәрестәр ҙә рус телендә, ә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Ниндәй генә йүнәлеште һайлаһа ла, уҡырға килгән һәр студент тәүге йылы башҡорт телен өйрәнә.
Тағы бер нисә кабинетҡа инеп, студенттар менән аралаштыҡ. “Ағастан художестволы изделиелар эшләү” бүлегенең 1-се курсында география дәресе барһа (уҡытыусы Шәмсиә Бейембәтова), буласаҡ тракторист егеттәр Рафаэль Буранбаев етәкселегендә материалдарҙы өйрәнә, “ағас оҫталары”ның 2-се курсы Венера Бикбаеванан рус теле нескәлектәренә төшөнә.
- Минең өсөн уҡыу еңел бирелә, уҡытыусылар бик яҡшы, - ти Муса Аҫылғужин. Күгәрсен ҡыҙы Розалия Фәизова ла уҡыу йортонан бик ҡәнәғәт. “Беҙгә бында барыһы ла оҡшай”, - ти студенттар бер тауыштан.
Бысҡы ла тота ҡыҙҙар, лобзик менән дә эшләйҙәр
Артабан оҫтахана бинаһына үтәбеҙ. Уҡытыусы, мастер Луиза Яхина Фәнзилә Исхаҡоваға, Ләйсән Әхмәтоваға һәм Нурһылыу Атауллинаға туҙҙан тырыз эшләп, уны семәрләп биҙәү серҙәрен - контурлы һәм геометрик һырлауҙы өйрәтә. Туҙҙарҙы етәкселәр менән студенттар үҙҙәре, урман хужалығынан рөхсәт алып, яҙ айҙарында һәм йәй башында йыйып ала икән.
- Ҡыҙҙарыбыҙ туҙҙан кәрәк-яраҡ яһап, биҙәп кенә ҡалмай, үҙҙәре ағастан төрлө әйберҙәр быса, лобзик менән дә, ағас ҡырыу станоктарында ла эшләйҙәр, һандыҡтар ҡоралар, - ти Луиза Ғызметдин ҡыҙы.
Студенттарҙың ҡул эштәре төрлө күргәҙмә-конкурстарҙа, “Һөнәрҙәр парады”нда ҡатнаша, йыл да район һабантуйына, йәрминкәгә, һәр кесаҙна баҙарға һатыуға сығарыла. Туҙҙан тырыздар, кулондар, онтораҡтар, ағастан айыу, илек, бөркөт сувенирҙары, аш-һыу бүлмәһе өсөн йыйылмалар, һандыҡтар айырыуса тиҙ үтә икән. “Һандыҡ-шоу”ҙа ҡатнашҡан семәрле һандыҡтар ҙа һеүләп һатылып бөткән. Уҙған йылда бер нисә студент Өфөлә БР мәғарифты үҫтереү институты ойошторған ғилми-практик конференцияла сығыш яһап, оҫталыҡ дәресе күрһәтеп ҡайтҡан.

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Оҫтахана менән танышҡас, 3-сө курс “тракторсы”ларының физкультура дәресе барған спорт блогына юлланабыҙ. Кемдәрҙер гер күтәрә, күнекмәләр яһай, кемдәрҙер теннис уйнай.

- Йылы айҙарҙа студенттар волейбол, футбол, еңел атлетика менән күберәк тышта шөғөлләнә, ҡыштарын саңғыла шыуалар. Даими дәрестәрҙән тыш, спорт һөйөүселәр теннис, гер күтәреү, армспорт буйынса секцияларға йөрөйҙәр. Уңыштарыбыҙ ҙа юҡ түгел: 2015 йылда “Ҡыш байрамы”нда дөйөм команда менән еңеүсе булдыҡ, “Бөрйән батыры” конкурсында 3 йыл рәттән 3 егетебеҙ: Рәмис Байназаров, Альберт Мәзитов, Венер Дауытовтар 1-се урындар алды, - ти уҡытыусы Кәрим Вәлиев.
Ятаҡ тормошо гөрләйме?
49 урынлы ятаҡтың иркен һәм йылы бүлмәләрендә 43 студент йәшәй. Был бина заман талаптарына яуап бирә: һыу үткән, бәҙрәфтәр эшләнгән, 2 душ кабинаһы ҡуйылған, аш-һыу әҙерләү бүлмәһе плита, духовка, еҫтәрҙе һурҙырыу ҡоролмаһы менән йыһазландырылған. Кистәрен студенттар дәрес әҙерләй, теләүселәргә телевизор ҡарау мөмкинлеге бар, китап һөйөүселәр мөйөшө лә булдырылған. Йәнә ятаҡта район, республика баҫмаларын алдыралар. Китапханасы яуаплылығын алып барыусы Венера Бикбаева һәр кесаҙна төрлө темаларға әңгәмәләр, саралар ойоштора. Тәрбиәселәр Сәриә Ғәлина һәм Миләүшә Теләүбаева ятаҡта ғына түгел, уҡыу йортонда ла йәмғиәттәге кире күренештәрҙе иҫкәртеү маҡсатында лекциялар, көнүҙәк темаларға “түңәрәк өҫтәл”дәр, әңгәмәләр, төрлө саралар үткәрә, студенттарҙы музейға, концерттарға алып йөрөй.
Дәрес әҙерләү менән мәшғүл Гөлназ Сирусинаға һәм Альбина Абдуллинаға уҡыу-йәшәү шарттары бик оҡшай. “Һәйбәт уҡыталар, йөрөүе яҡын, тәмле итеп ашаталар,” – ти Гөлназ, йылмайып.

Уңыштарға күҙ һалғанда…

- Былтыр Сибай ҡалаһында “Worldskills” II төбәк чемпионатында Илнур Зәйнетдинов ташты юныу буйынса 3-сө урын алды, ошо көндәрҙә Илнур Фәйзуллин да ошо уҡ бәйгелә үҙ көсөн һынаны. Тракторист-машинистар өсөн республика һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһында Илдар Шәрипов 5-се урын һәм “Ер һөрөү оҫталығы һәм тиҙлеге өсөн” номинацияһында еңеү яулап, үҙенең мастеры Илнур Ҡәҙерғолов менән июнь-июль айҙарында тупраҡты эшкәртеү оҫталығы буйынса Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышында ҡатнашты.
Элегерәк училищенан Хөкүмәт стипендиялары алып уҡыусылар ҙа булды. Рәмис Мырҙин - “Беҙ төрлө, шулай ҙа беҙ бергә” иншалар конкурсында, Илүзә Ҡулбирҙина “Мин сәнғәт донъяһына инәм” һүрәт конкурсында еңеп, республика кимәлендәге стипендияларға лайыҡ булды. Уҙған йыл Фаягөл Рәхмәтуллина математика буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, 2-се урын яуланы, - ти Лилиә Кульчикова.

Йүне барҙың көнө бар

Уҡыуын уҡыйҙар ҙа, һөнәрҙәре буйынса эш табалармы икән сығарылыусылар? Табалар икән. Мәҫәлән, район үҙәгендәге һәр магазинда тиерлек ошо уҡыу йортон тамамлаған һатыусылар тора, ашнаҡсылар мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, кафеларҙа эшләй. “Ағастан художестволы изделиелар әҙерләү” бүлеген тамамлаусылар мебель цехтарына, ағас эшкәртеү предприятиеларына, Себерҙәге ойошмаларға урынлаша, шәхси эштәрен асыусылар ҙа бар. Дипломлы трактористарҙы иһә КФХ-ларға ҡушҡуллап алалар. Артабан белем алыусылар, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр ҙә байтаҡ.
Ҡыҫҡаһы, һөнәрле булыуға йүнселлек һәм тырышлыҡ сифаттары ла өҫтәлһә, бәрәкәтле итеп йәшәргә мөмкин. Нәҡ ошоно аңлатырға, өйрәтергә тырыша ла инде студенттарға Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалы уҡытыусылары.

Миләүшә Ҡасимова.

Һүрәттәрҙә: уҡыу алдынғыһы Фәнзилә Исхаҡова туҙҙы семәрләү серҙәрен өйрәнә; Нурһылыу Атауллина ағасты ҡырыу станогында эшләй; Гөлназ Сирусина һәм Альбина Абдуллина ятаҡта дәрес әҙерләй; егеттәр спорт менән шөғөлләнә.
Читайте нас: