Беләге йыуан – берҙе, белеме бар меңде йығыр, тигән халыҡ мәҡәле мәғариф системаһына ысын асылында ҡайтырға оҡшаймы, әллә беҙҙең илдә мәғарифтан башҡа эксперименттар майҙансығы булырҙай башҡа тармаҡ юҡмы – был тәңгәлдәге үҙгәрештәр ошолай уйларға мәжбүр итә. Тик, нимә генә тиһәк тә, йәмғиәттә йәшәп, унан азат булып булмай.
- «Рособрнадзор» бойороғона ярашлы, сығарылыш кластары, БДИ-ға инер өсөн алдан инша (изложение) яҙасаҡ. Был сара 2017 йылдың 6 декабрендә һәм зачет баһаһы ала алмағандар өсөн 2018 йылдың 7 февралендә һәм 16 майында үтәсәк.
БР Мәғариф министрлығының 2017 йылдың 2 ноябрендәге 1273-сө бойороғона ярашлы, йомғаҡлау иншаһы (изложениеһы) үткәреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Ошо положениеның 3.3 пунктына ярашлы, инша (изложение) яҙыу барышында мотлаҡ видеояҙма буласаҡ. Был инша (изложение) яҙыусы балалар тыйылған әйберҙәр (телефон, шпаргалка һ.б.) ҡулланмаһын, кеше ярҙамы менән файҙаланмаһын өсөн эшләнә.
Инша (изложение) яҙыу тәртибе менән ошо сараны ойоштороусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр, балаларҙың законлы вәкилдәре мотлаҡ рәүештә танышып, ҡултамға ҡуйырға тейеш.
Мәғариф бүлегенең сайтында был положение менән тулыһынса танышырға мөмкин.
- 9-сы кластар өсөн рус теленән һынау биреүҙә яңылыҡтар бармы?
- 2017/18 уҡыу йылын тамамлаусы уҡыусылар менән 14 февралдән 16 февралгә тиклем рус теленән әңгәмә үткәреләсәк. Был сара балаларҙы күберәк әҙәби китаптар уҡыуға йәлеп итеү, уҡығандарын аңлаһындар өсөн ойошторола. Балаға бер текст тәҡдим ителә. Ул уны ҡысҡырып тасуири уҡый, 3-4 һөйләм менән был текстың йөкмәткеһен һөйләп бирә. Икенсе этапта проблемалы һорау ҡуйыла – уҡыусы шуларға яуап бирергә тейеш. 3-сө этапта - картина буйынса эш йәки ниндәйҙер бер тема буйынса яуап биреү. 4-се этапта уҡытыусы менән әңгәмә үткәреләсәк. Быларҙың барыһына 15 минут ваҡыт сарыф ителә. Дүрт этап буйынса уҡыусы 10-19 балл йыйһа, уға зачет ҡуйыла. Был һынау һәр мәктәп базаһында ВПР (Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре) режимында үтәсәк. Ошо алым уҡыусыларҙы имтиханға индереү сараһы булып торасаҡ.
2017/18 уҡыу йылында 11-се класс уҡыусылары күп кенә предметтарҙан бөтә Рәсәй кимәлендәге тикшереүҙе үтәсәк: 20 мартта – сит телдәрҙән, 21 мартта – тарихтан, 3 апрелдә – географиянан, 5 апрелдә – химиянан, 10 апрелдә – физиканан, 11 апрелдә – биологиянан.
- Һуңғы йылдарҙа Федерация кимәлендә белем сифатын яҡшыртыу, белемдең сифатына контролде көсәйтеү буйынса күп һөйләйҙәр, тәғәйен ниндәй саралар үткәрелгән?
- Федераль кимәлдә белемдең сифатын яҡшыртыуҙы күҙәтеү маҡсатында Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының 2017 йылдың 20 октябрендәге 1025 бойороғона ярашлы, 2017/18 уҡыу йылында 4,5,6,7,8-се һәм 11-се кластарҙа 2018 йылда Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре (ВПР) үтәсәк.
4-се кластарҙа рус теленән – 17, 19 апрелдә, математиканан – 24 апрелдә, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеүҙән 26 апрелдә, 5-се кластарҙа апрель айында рус теленән, математиканан, тарихтан, биологиянан, 6-сы кластарҙа белем сифатын һынап ҡарау формаһында (апробация) биология, рус теле, география, йәмғиәт белеме, тарих, рус әҙәбиәтенән; 8-се кластарҙа әҙәбиәттән һ.б.
Мәктәп етәкселәренә был мәғлүмәттәр еткерелде, эште тейешле кимәлдә ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Бер яҡтан ҡараһаң, был тикшереү эштәре еңел һымаҡ, ләкин был сара бик мөһим . Программа уҡыусы бала эштәрҙе үҙе эшләгәнме, әллә уға кемдер ярҙам иткәнме икәнлекте билдәләйәсәк. Тимәк, был Рәсәйҙең һәр мәктәбендә ошо уҡыу предметтарынан һәр баланың белем сифатын тикшереү сараһы булып тора. Быны бөгөн уҡытыусыларҙан сифатлы белем биреү өҫтөндә эшләүҙе талап итә торған етди сара тип ҡабул итер кәрәк.
Был сара быйылғы уҡыу йылында 4, 5, 6, 7, 8-се һәм 11-се кластарҙа үткәрелһә, икенсе йыл ошо уҡ уҡыу предметтарынан ҡайтанан үткәреләсәк. Бынан тыш, 2017/18 уҡыу йылында үҙебеҙҙең республика кимәлендә лә тикшереү эштәре үткәреләсәк. Шулай итеп, мәғарифта бөгөн төп бурыс – һәр балаға сифатлы белем биреү.