Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ноябрь 2017, 17:19

БДИ тураһында дөйөм мәғлүмәт

2009 йылдан БДИ Рәсәй Федерацияһында 11-се (12-се) сығарылыш кластары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп һәм вузға инеүҙең формаһы булып иҫәпләнә.

Бөгөнгө көндә район мәктәптәренең 9-сы класында 248 һәм 11-се кластарҙа 114 бала белем ала.
ФИПИ сайтында 2018 йылда үтәсәк БДИ-лар буйынса һәр предметтан эштәр, КИМ-дың демоверсиялары хаҡында мәғлүмәт сентябрь башында уҡ ҡуйылды. БДИ тапшыра торған уҡыу предметтарының асыҡ базаһын да ошонда белергә була.
2009 йылдан БДИ Рәсәй Федерацияһында 11-се (12-се) сығарылыш кластары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп һәм вузға инеүҙең формаһы булып иҫәпләнә.
БДИ мәғариф һәм фән сфераһында күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Рособрнадзор) һәм РФ субъекттарының башҡарма власть органдары тарафынан ойошторола һәм үткәрелә.
БДИ белемде объектив баһаларға, психологик баҫымды кәметергә (сөнки бер һынау тапшырып мәктәпте тамамларға ла, вузға ла инергә мөмкин), йәшәгән урыныңа ҡарамай, Рәсәйҙәге үҙең теләгән вузға инергә ярҙам итә.
БДИ-ның үҙенсәлектәре: берҙәм теҙмә (расписание), берҙәм имтихандар үткәреү ҡағиҙәләре, КИМ-ды (стандартлаштырылған формалағы эштәрҙе) файҙаланыу, яҙма эштәрҙе рус телендә башҡарыу (сит телдәрҙән БДИ %-ынан тыш).
Порталдағы мәғлүмәт БДИ-ға сифатлы әҙерләнергә ярҙам итә. http://ege.еdu.Ru порталында БДИ үткәреү тәртибе менән танышырға,бланкыларҙы тултырып ҡарарға, эштәрҙең демоверсиялары менән танышырға, бөтә предметтар буйынса БДИ биреү буйынса рекомендацияларҙы тыңларға (быға имтихан тапшырыу процедураһы һәм апелляцияға биреү ҡағиҙәләре лә инә) мөмкин. Бында БДИ хаҡында яңылыҡтар, актуаль документтар баҫыла, шулай уҡ блог алып барыла.
БДИ тапшырғас, әлеге порталға инеп, һеҙ үҙегеҙҙең һөҙөмтәләрҙе белә алаһығыҙ.
Сығарылыш класы уҡыусыларына нәҡ ата-әсәһенең ярҙамы кәрәк. Бәғзе бер ата-әсәләр үҙҙәренең балалары тормошондағы мөһим ваҡиғалар өсөн нығыраҡ борсола, әммә оло кешеләр үҙҙәрен тиҙерәк ҡулға алыу һәләтенә эйә.


Ата-әсәләрҙең

үҙ-үҙҙәрен тотошо

Имтихандар осоронда ата-әсәләрҙең төп бурысы – балаһы һынауға әҙерләнһен өсөн оптималь комфортлы шарттар тыуҙырыу һәм... балаһына ҡамасауламау.Баланы аңлау, күтәрмәләү, рухын төшөрмәҫкә булышлыҡ итеү уға имтихандарҙы еңеллек менән йырып сығыуҙа төп таяныс буласаҡ. Баланы ҡурҡытыу, ҡапаҡлау, алда торған һынауҙарҙы шундай ҡурҡыныс итеп күрһәтеү ярамай. Был балаларға ярҙам итеү түгел, уны ярҙан этеү генә буласаҡ.
Балағыҙ БДИ-ны ниндәй генә һөҙөмтәгә бирһә лә, уның ҡанатын ҡайырмағыҙ: балағыҙҙың һеҙҙең өсөн иң ғәзиз һәм яратҡан йән эйәһе икәнлеген һүҙҙә генә түгел, ғәмәлдә раҫлағыҙ. БДИ тапшыра алмау йәки насар балдар йыйыу донъя бөтөү, һуңғы сик түгел икәнлекте аҡыл менән төшөндөрөгөҙ.


Имтихандарға

әҙерлекте ойоштороу

Баланы имтихандарға әҙерләгәндә уның шәхсән һыҙаттарын күҙ уңында тотоу шарт. Сөнки балалар араһында яйҙары ла, состары ла, бик әүҙемдәре лә, аудиалдар ҙа, кинестетиктар ҙа, юғалып ҡалыусандар ҙа бар. Индивидуаль стратегия кәрәк.
Имтихан алды стресының төп сәбәбе – билдәһеҙлек ситуацияһы.БДИ үткәреү ҡағиҙәләре һәм үҙенсәлектәре, бланкылар тултырыу менән алдан танышыу быға юл ҡуймаясаҡ. Алдан тест эштәрен эшләп ҡарау ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә.
Имтиханға әҙерлек осоронда балағыҙға ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәтегеҙ. “Сығарылыусыларға кәңәштәр” бүлегенә инеп, унда яҙылғандарға күҙ һалыу ҙа тик файҙаға ғына буласаҡ.
Балағыҙ имтиханға әҙерләнә торған ер уңайлы һәм уның күңеленә ятҡан булһын – был бик мөһим.


Туҡланыу

һәм көн режимы

Балағыҙҙың көндәлек режимы һәм туҡланыуы хаҡында уйлағыҙ. Балыҡ, эремсек, сәтләүектәр, курага баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта. Саманан тыш уҡыу, имтиханға әҙерләнеү ҙә һаулыҡ өсөн зыян икәнен онотмағыҙ – һәр нәмәлә сама тигәнде белеү шарт. Балағыҙ 40-50 минут әҙерлектән һуң мотлаҡ рәүештә бер 10-15 минут ял итеп алһын.
Имтихан алдынан уҡыусы яҡшы итеп ял итергә, туйғансы йоҡларға тейеш.
Имтихан була торған көндө иртәнсәк балағыҙға шоколад бирегеҙ – был уны әпәүләү түгел, ә мейе эшмәкәрлеген стимуллаштырыу сараһы.
БДИ-ларҙың төп этабы 28 майҙан 2 июлгәсә үтәсәк.



И. Баймырҙин,
район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары.

Читайте нас: