Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Ғинуар 2025, 12:00

Боҙ ҡаласаҡтар район үҙәген йәмләй

Район хакимиәте тарафынан боҙ ҡаласыҡтарына, ҡар һындарына конкурс иғлан ителгәйне. Район үҙәге быйыл айырыуса балҡып тора – ойошма һәм предприятие биләмәләрендә Яңы йыл кәйефе тыуҙырған төрлө ҡар һындары хасил булды, конкурста ҡатнашмаған ойошмалар ҙа, магазиндар ҙа үҙ биналарын төрлө төҫтәге яҡтылыҡ ҡоролмалары менән биҙәне.

Боҙ ҡаласаҡтар район үҙәген йәмләй
Боҙ ҡаласаҡтар район үҙәген йәмләй

“Һаумы, Яңы 2025 йыл” конкурсының шартына ярашлы, биләмәләрҙә ҡар-боҙ һындар, биҙәлгән шыршы, балалар өсөн тау, яҡтыртҡыс ҡоролмалар менән биҙәлеш булырға тейеш ине. Баһалама ағзалары коллективтарҙың биләмәләрен нисек яҡлауҙарына ҙур талаптар ҡуйманы.

Комиссия ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне.

Мәғариф ойошмалары араһында 1-се урын - “Баҙал” башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһына, 2-се урын “Ҡайынтүш” балалар баҡсаһына бирелде. 3-сө урынға Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Бөрйән филиалы лайыҡ тип табылды. Үткән йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип аталыу айҡанлы, ҡар һындарын эшләү хоҡуғы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән студенттарға бирелгән һәм улар һынатмаған – йыл символдарын матур әүәләгән.

Гран-приҙы лайыҡлы рәүештә Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбе яуланы. Уларҙың биләмәһенә инеү менән үҙеңде әкиәт ҡаласығына барып ингәндәй тояһың. Мәктәп коллективы, ата-әсәләр, балалар ярҙамында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, йыл символдары, әкиәт персонаждары, хәрби тематикаға ҡоролған һындар барлыҡҡа килгән.

Ойошмалар араһында 1-се урынға быйыл да юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды. Юлсылар биләмәләрен йылдағыса матур итеп яҡтыртҡыс ҡорамалдар менән йәмләгән, ихатаға инеүселәрҙе ҡаршылаусы күркәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, үҙҙәре эшләгән тимер һындар ултыртҡан, ихаталағы ағастарҙы юл ҡағиҙәләре билдәләре менән биҙәгән.

2-се урын “Газпром газ тәғәйенләү Өфө” йәмғиәтенең Бөрйән комплекслы хеҙмәтенә бирелде. Уларҙың заманса биҙәлгән биләмәләре, фотозоналары район үҙәгенә килеүселәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. 3-сө урынға “Урал” ФОК-ы лайыҡ булды.

Район үҙәгенең яңы йыл байрамдарында балҡып ултырыуы – коллективтарҙың, ата-әсәләрҙең тырыш хеҙмәте. Байрам кәйефе бирергә тырышҡан һәр ойошма хеҙмәткәрҙәренә афарин, яңы тыуған йылда ла эштәрегеҙ уң булһын!

Боҙ ҡаласаҡтар район үҙәген йәмләй
Боҙ ҡаласаҡтар район үҙәген йәмләй
Боҙ ҡаласаҡтар район үҙәген йәмләй
Боҙ ҡаласаҡтар район үҙәген йәмләй
Автор: Альфина Юлчурина
Читайте нас