Сер түгел: бөгөнгө йәштәр һәр яҡтан килгән – тырыштар, бөтмөрҙәр, состар, аҡыллылар һәм заманға яраҡлашып йәшәү яғынан өлгөрҙәр.
Киләсәгебеҙ булған йәштәргә үҙҙәре яратҡан эш менән шөғөлләнергә, төрлө яҡлап үҫергә, камиллашырға Республика Башлығы Р.Хәбировтың төрлө өлкәләрҙә йәштәрҙе күтәрмәләү өсөн булдырған гранттары ла булышлыҡ итә.
Ошондай ярҙамды шәхсән үҙе күргән, осош балҡыштарына башы әйләнмәй, һаман да камиллашыу, үҫеү юлында булған, Башлыҡ тарафынан иғлан ителгән гранттарҙың бер түгел икәүһен яулаған Бөрйән ҡыҙы – Яңы Собханғол мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалия Мөхәмәт ҡыҙы Самарбаева.
Алдынғы ҡарашлы йәш уҡытыусы үҙенең педагогик эшмәкәрлеге хаҡында бына нимә ти:
“Бөгөнгө көндә мин Яңы Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Педагогик стажым 9 йыл.
Рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологияларын маҡсатка тура килтереп, урынлы итеп ҡулланырға тырышам. Уҡыусыларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телдең абруйын күтәреү өсөн, дәрестәрҙә яңынан – яңы алымдар, программалар ҡулланыу зарур. Был тәңгәлдә Google Формалар – ябай һәм һөҙөмтәле ысул, һәр ваҡыт ҡул аҫтында булыуы менән яҡшы. Бында инде, мәҫәлән: анкета төҙөргә; дистанцион рәүештә өйгә эште тикшерергә; онлайн-тест йәки интернет-олимпиадалар үткәрергә мөмкин.
Хеҙмәтеңде ваҡытында күрә белһәләр, был яңынан-яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерә – был тәңгәлдә мин бәхетле. Тәү сиратта тырышып эшләргә генә ҡала. Эшләйһең икән – һинең хеҙмәтеңде күрә белеүселәр табыласаҡ.
2022 йылда Башҡортостан Республикаһы тарафынан ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға бирелгән 690 мең һумлыҡ грантты, 2023 йылда башҡорт, рус, туған телдәренең иң яҡшы уҡытыусылары һәм шулай уҡ полилингваль дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыу предметтарын ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан уҡытыусыларға бирелгән 50 мең һумлыҡ грантҡа конкурста еңеүсе тип табылдым.
Дәүләт ярҙамы мине тағы ла бер ҡат үҙемә ышанырға, артабан да тырышып эшләргә көс-дәрт өҫтәне.
Грант аҡсаһына өйөбөҙгә зәңгәр яғыулыҡ индерҙек, Абхазияға барып диңгеҙ буйында ял итеп ҡайттыҡ.
Бөтә был еңеүҙәрҙең башында тырышлыҡ, бер өҙлөкһөҙ үҙ өҫтөңдә эшләү, остаздарҙан матур тәжрибә туплау ята.
Тәжрибә тигәндә, миңә иң беренсе сиратта мәктәп йылдарымда күңелемә тәүге орлоҡтар һалған уҡытыусым Рәүилә Рәшит ҡыҙы күҙ алдыма баҫа. Уның дәрестәре әле лә иҫемдә, артабан үҙем дә нәҡ уға оҡшарға тырышып, ошо һөнәрҙе һайланым һәм уға тоғро ҡала киләм. Шулай уҡ институт йылдарында белем асҡыстарын биргән Алсу Йәүҙәт ҡыҙын да яратып иҫкә алам, ул да минең уҡытыусы булып өлгөрөп етеүемә тос өлөш индерҙе.
Бала саҡтан телгә, эшкә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәйемә, һәр яҡлап мине ҡурсалап торған тормош иптәшемә, миңә ышанған коллегаларыма, ауылдаштарыма, тәртипле, белемле балалар үҫтергән ата-әсәләргә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Аллаға шөкөр, дәүләтебеҙ ярҙам ҡулын һуҙырға ғына тора, ә уҡытыусыларға иһә ең һыҙғанып эшләргә, тырышырға үҙ көсөңә ышанырға һәм башҡаларҙы ышандырырлыҡ көскә эйә булырға ғына ҡала.
Хөкүмәтебеҙ, Республика Башлығы булдырған гранттарға мәртәбәле конкурстарҙа ҡатанашырға йөрьәт итмәйерәк торған йәш коллегаларыма бер кәңәш - иң беренсе балаларҙы ысын күңелдән яратырға, уларға ышанырға кәрәк. Уҡытыусы эшен ғүмерлеккә һөнәр итергә ҡарар иткәнһегеҙ икән, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтарҙан, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ!
Республикала йыл һайын педагогтар өсөн төрлө гранттар тәҡдим ителеп тора. “Йыл уҡытыусыһы” педгогик конкурсы йыл һайын уҙғарыла, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уҡыусы еңеүсе булһа, БДИ -ла күп балл йыйһа, шулай уҡ уҡытыусыларға аҡсалата премия бирелә. Ҡатнашырға ғына кәрәк, ҡатнашыр өсөн тырышып эшләргә кәрәк.
Республикала педагогтар өсөн “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эшләп килә, гранттар - йәштәрҙе эшкә йәлеп итеүсе сара ла ул.
Бөгөнгө көндә алдынғы ауыл уҡытыусыһы ябай, сабыр холоҡло, талапсан, белемле, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан киң күңелле кеше булырға, заман менән бер ҡатар түгел, ә замандан бер аҙым алдан атларға тейештер, тип уйлайым.
Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тип әйтеүҙәренсә, үҙ ереңдә лә йәшәп тә, эшләп тә була. Тырышырға, үҙ-үҙеңә ышанырға, үҙ-өҫтөңдә өҙлөкһөҙ эшләргә генә кәрәк. Һөҙөмтәләр бар икән-һинең хеҙмәтең баһаланасаҡ.
Аллаға шөкөр, бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – ата-әсәйем, дуҫтарым, коллегаларым, яратҡан уҡытыусыларым бар. Улар мине ҡанатландыра, көс бирә. Мин ауылдаштарым, тыуған ерем, республикам менән көслө. Әгәр ҙә уларҙың ярҙамын тоймаһам, бөгөнгө көндә кинәнеп йәшәй, эшләй алыр инемме икән?
Шуға күрә Башҡортостаныма, районыма, ауылдаштарыма хөрмәт йөҙөнән: ”МИН БАШЛАНАМ ҺЕҘҘӘН, КЕШЕЛӘРЕМ!- тип өндәшәм."